Ниндәй хистәр һаҡлай биҙәүестәр?05.02.2016
Ниндәй хистәр  һаҡлай биҙәүестәр? Милли Биҙәүестәрова. “Бәйләнештә” сайтында ошондай “исем-шәриф” менән теркәлгән серле кешенең сәхифәһендә мөғжизәле донъя асылғандай. Миллилек бөркөлөп торған алҡалар, беләҙектәр, балдаҡтар, сылбырҙар... Матурлыҡтан күҙ ҡамаша. Күңелде ҡатын-ҡыҙҙың асылына бәйле уйҙар солғап ала. Гүзәллек, нәзәкәтлелек көсөнә йәнә бер инанаһың.
Кем тыуҙыра был матурлыҡты? Ниндәй хис-тойғо, кисерештәр аша теҙелә һоҡланғыс биҙәүестәр? Бер ҡарауҙан һиҙелә: күҙ нурҙары менән бергә күңел осҡондары ҡушылған бит уларға.

...Ялан буйлап ҡыҙсыҡ йүгерә. Уттай балҡып торған ҡыҙғылт-көрән сәс, күҙ-ҡашы иһә сөм-ҡара төҫтә. Шулай гелән хәрәкәттә үҙе, бер минут та тик тора белмәй. Башлыҡ һымаҡ һәр саҡ иң алдан йөрөй, апай-һеңлеләрен һис кемдән рәнйеттермәй. Кәрәге сыҡҡанда ма­лайҙарға ҡаршы һуғышып та ала. Бик һәләтле үҙе. Айырыуса йыр-бейеүгә, һүрәт төшөрөүгә әүәҫ.
Ниндәй хистәр  һаҡлай биҙәүестәр?– “Ниндәй булып үҫер икән был Гөлнур? Килмәгән ере юҡ бит”, – ти торғайны гел әсәйем. Үҙем дә һәр яҡлап һәләтле, малайҙар менән алышырлыҡ ҡыйыу ҡыҙыма һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ҡуйыр инем, – тип хәтер ебен һүтә бөгөн ағинәй Мәрйәм Бураҡаева. – Уттай балҡып торған ҡыҙғылт-көрән сәстәрен ҡалын толом итеп үреп төшөрәм. “Буяттығыҙмы әллә?” – тип йыш ҡыҙыҡһына торғайны урамда осрағандар. Балама һоҡланып, сәсенән һыйпап ебәрерҙәр ине. “Шул саҡта ҡыҙыма күҙ тейҙеме икән әллә?” тип тә уйлап ҡуям хәҙер ихтыярһыҙҙан...
Ниндәй хистәр  һаҡлай биҙәүестәр?Эйе, тормош юлы тура ғына бармай Гөлнурҙың. 2003 йылда ҡапыл ауырып китә ул. Режиссерлыҡҡа уҡып сығып, һөнәре буйынса байтаҡ эшләп, “Ҡыңғырау” студияһы асып, мәктәптәр өсөн легендалар буйынса ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөү хыялы менән янып йөрөгән осоронда... “Баш мейеһе мальформацияһы” тигән диагноз ҡуя табиптар. Шеш түгел. Артериялар һәм тамырҙар сырмалып, төйөн барлыҡҡа килтерә. Һөҙөмтәлә мейегә ҡан китә алмай, һәм өйәнәк ҡуҙғала.
– Тәүге тапҡыр МРТ үткәс, төйөндөң йомортҡа ҙурлығына еткәне асыҡланды, – ти Гөлнур. – Тиҙ арала операция яһау кәрәк ине. Екатеринбургтан Андрей Страхов тигән табип ҡабул итергә риза булды. Түләү ҡиммәт ине. Ике тапҡыр эмболизация ысулы менән операция эшләнде, барыһы ла яҡшы тамамланды. Ләкин 2008 йылда, аварияға эләгеп, башыма көс төшөп, сирем йәнә ҡуҙғалды...
Төрлө ҡалаларҙың юлын тапау, операциялар, радиохирургия ярҙамында дауаланыу... Өмөт-ышаныс... Ләкин былтыр апрелдә Гөлнур йәнә аяҡтан йығыла.
– Мин янында инем, – ти Мәрйәм апай. – Өйәнәк көслө һәм оҙаҡ булды. Йығылғас, башын алдыма һалып, ике ҡулым менән сикәһенән ҡыҫып тоттом. Бер аҙҙан өйәнәк туҡтаны... Тып-тын... Төнгө сәғәт өс. “Тәүҙә Илгизәргә шылтыратайыммы икән, Зөһ­рәгәме? Улар яҡыныраҡ йәшәй”, – тип өҙөк-өҙөк уйлайым. Телефонға үрелеү өсөн ҡулды алырға кәрәк бит инде. Юҡ, башын ебәргем килмәй. Шулай ултыра торғас, ҡапыл “эһ...” тине балам...
Был мәлдең нисек үткәнен Гөлнурға әйтмәнем. Ҡурҡыр, тинем. Таныш биоэнергетик иһә уға барыһын да һөйләп биргән. “Ғүмерең ҡыл осонда булған. Әсәйеңдең ус йылыһы һаҡлап ҡалған үҙеңде”, – тигән.
Ошо һынауҙан һуң Гөлнурға Ново­си­бирскиҙа 2012 йылда асылған Федераль нейрохирургия үҙәгенә юллама бирелә. Әйткәндәй, тәүге операциялар өсөн тос ярҙамды мәрхәмәтлек ойошмаһы, ағаһы Илгизәр Бураҡаев, башҡа туғандары, дуҫтары күрһәтә. Һуңғыларына квота алырға иһә Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева булышлыҡ итә. Уға ҙур рәхмәтле Бураҡаевтар. Яңыраҡ, ғинуар уртаһында, Гөлнур Новосибирскиҙа икенсе тапҡыр булып ҡайтҡан. Дөйөм алғанда, етенсе операциянан...
– Һәр ваҡыттағыса, Таңсулпан бергә барғайны. Ул телефон аша операцияның уңышлы үткәне хаҡында әйткәс, шул урында ятҡанмын да тәүлек буйы йоҡлағанмын, – ти Мәрйәм апай. – Шатлыҡтан, тыныс­ланыуҙандыр... Новосибирскиҙағы үҙәктә йәнә ике операция эшләтергә ҡалды. Шунан йүнәлер, тип ышандырҙылар.
Гөлнурҙың һөйләүенсә, был үҙәктә яңы алым буйынса дауалайҙар. Баштың үҙенә теймәйҙәр. Катетер менән сат аша артерия буйлап барып, уҡмашҡан тамырҙарҙы туҡландырған артерияларҙы көпләп ҡуялар.
– Төйөн өҫтәрәк булһа, трепанация ярҙамында ҡырҡып ҡына алырҙар ине лә, – ти Гөлнур. – Минеке төптә шул. Әйткәндәй, хәҙер ҡан тамырҙары аша тәндең башҡа ағзаларына ла операция яһайҙар.
Новосибирскиҙағы Федераль нейрохирургия үҙәгендә дауаланырға теләгәндәр шул ҡәҙәр күп. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, табиптар һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы. Уларҙың күбеһе – йәштәр. Өлкәндәрҙе яңы дауалау алымдарына өйрәтеү ҡы­йыныраҡтыр, моғайын. Табиптар ярты йыл һайын сит илгә барып, белемен камиллаштырып ҡайта. Ғөмүмән, меди­цинаның мөмкинлектәре киңәйә. Германияла хәҙер Альцгеймер сиренән яфа­ланғандарға ла операция эшләйҙәр, тип ишеттем.
Яңынан ауырып китмәҫ өсөн һаҡланып ҡына йәшәй Гөлнур. Туҡланыуға ҙур иғтибар бүлә. Ҡанды шыйығайтҡан йә ҡуйыртҡан аҙыҡты ҡулланмай. Мәҫәлән, кофе эсергә, балан ашарға ярамай. Көн дә иртән кефирға болғанған талҡан менән туҡланыу файҙалы.
– Ризыҡтан тыш, күңел тыныслығына ла иғтибар итеү мөһим, – ти Гөлнур. – Был йәһәттән, шөкөр, бәхетлемен. Әсә­йемә, туғандарыма ҙур рәхмәт! Яңғыҙ ҡалғанда ҡурҡыу тойғоһонан яфалан­ғанлыҡтан, сиратлап эргәмдә булалар. Өйҙә һис ҡасан бер үҙем ҡалғаным юҡ. Ишле ғаиләнең көсө баһалап бөткөһөҙ шул! Бер нисә йыл элек әсәйем Ейәнсураға йәшәргә ҡайтҡайны. Мине уйлап, кире Өфөгә килде. Хәҙер көнө-төнө эргәмдә. Яҡындарым барыһы ла минең шәбә­йеүемә, ихтыяр көсөмдөң ныҡлығына ышана. Тимәк, сирҙе еңергә, бирешмәҫкә тейешмен!
Ижад итергә лә кәрәк миңә. Яратҡан йырсым Лилиә Ишемйәрова “Айырыл­мағыҙ тыуған яҡтан” тигән ижад емешемде “Йыл йыры”нда башҡарғас, күп кешенән маҡтау, йылы һүҙҙәр ишеттем. “Танһыҡ тойғо” тигән хикәйәм “Шоңҡар” журналында иғлан ителгән конкурста урын алғас та ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙем. Барыһына ла рәхмәтлемен!
Ауырыуына ҡарамаҫтан, башҡаларға көс төшөрмәҫкә тырыша Гөлнур. Опе­рацияға барыуға киткән юл сығымы, ситтә көн күреү, дарыу алыуға аҡса туплау өсөн үҙенсәлекле шөғөлгә тотонған: биҙәүестәр эшләй. Кәсептең асылы шунда: өлгөләрҙе (сеймалды) Ҡытайҙан яҙҙырып ала ла уларҙан үҙебеҙҙең милли үҙенсәлектәргә ярашлы яңы комплект йыя. Ике йыл эсендә был шөғөлөн шул ҡәҙәр оҫта башҡарырға өйрәнгән Гөлнур, ҡулдарына күҙ эйәрмәй.
– Ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ матур булырға тейеш, – ти ул. – Шуға биҙәүестәргә бөтөн күңелемде һалам. Сыңғырлап торған алҡалар, ҡашлы йөҙөктәр, көмөш сыл­бырҙар гүзәл затты күҙ тейеүҙән, төрлө сирҙән һаҡлаһын, тим. Милли биҙә­үестәрҙең модаға инеп барыуына һөйөнәм.
Комплект әҙер булһа, уны “Бәй­лә­нештә”ге сәхифәмә ҡуям. Оҡшаталар, заказ бирәләр. Һөҙөмтәлә хәҙер инде селтәрҙә биҙәүестәрҙең ете мең тирәһе өлгөһө бар. Хаҡы башҡа урындағыларҙан күпкә арзан. Биҙәүестәр һатыуҙан туп­ланған аҡсаның ярҙамы ҙур. Операцияға барғанда юл сығымы ҡаплана, дарыуҙар алам... Ғөмүмән, яҡындарыма өҫтәмә ауырлыҡ тыуҙырырға теләмәйем. Ошо йәһәттән булышлыҡ иткән барса һатып алыусыларға рәхмәтлемен. Әйткәндәй, ансамблдәр ҙә заказ бирә башланы. Биҙәүестәрем башҡа тараф­тарҙа йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙың да күңеленә хуш килә.
Әле Гөлнур яңы операцияларға хәленән килгәнсә аҡса туплау – милли биҙәүестәр эшләү – менән мәшғүл.
– Был шөғөлөмдө һауыҡҡас та таш­ламаясаҡмын. Матурлыҡ таратыу йәшәүгә ҙур көс бирә, – ти ул. Ныҡлап шәбәйгәс, кешеләрҙе дауалауға ла тотонмаҡсы.
– Тормошта иң мөһиме – һаулыҡ. Ошо хаҡта бер ҡасан да онотмаһаҡ ине, – ти Гөлнур. – Үҙемдә дауалау көсө барлығын күптән һиҙә инем. Массаж яһау оҫталығым бар. Элек ҡот ҡоя торғайным. Шәбәйгәс, кешеләрҙе дауалау серҙәрен ныҡлы өйрәнеп, мохтаждарға ярҙам итә башларға хыялланам.
Күптән түгел Интернет селтәрендә инвалидтар төркөмө астым. Уларҙы бер-береһе менән таныштырам, күрештерәм, аралаштырам. Бындай хәлдә ҡалған­дарҙың күбеһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңғыҙ. Беҙҙекеләй ишле ғаилә, хәстәрлекле ту­ғандар, ярҙамсыл дуҫтар һәр кемдә булһа ине лә бит... Күпме доға ҡылалар минең өсөн, күпме йылы һүҙ ишетәм! Ә яңғыҙ­ҙарға нисек? Төркөм асып, уларға күп­мелер өмөт бирә алыуыма күңелемдә шул ҡәҙәр ҙур кинәнес кисерәм...
Мәрйәм апай ҡыҙына милли биҙәүестәр эшләү өсөн деталдәр һайлауҙа кәңәштәр бирә.
– Бер саҡ үҫәргәндәрҙең тамғаһы ҡойош­ҡанға ныҡ оҡшағаны килеп сыҡты. Әҙер милли биҙәк, – тип ҡыуана ул. – Әйткәндәй, ошондай әҙер өлгөләр йыш осрай. Ундай заказдарҙы Гөлнур һораусыларҙың адресына туранан-тура ебәрә.
Ә ауырыуына килгәндә, ниҙән икәнен әйтеү ҡыйын. Ныҡ әүҙем, тиктормаҫ бул­ғаны өсөн сире күҙгә ташланманымы икән? Әллә үҫә килә барлыҡҡа килдеме? Бер ни тип тә әйтеп булмай. Һәр хәлдә, ата-әсәгә шундай теләгем бар: бала башының йыш ауыртыуына зарлана башлаһа, холҡонда үҙгәреш тойолһа, тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өлкәндәр үҙҙәре лә тикшерелеп торһон ине.
...Ҡыҙы Әмилә менән ул Өфөнөң үҙәгендә, тормош гөрләп торған урында йәшәй. Үҙе шундайҙы һайлаған. Тәҙрәнән ҡараған һайын йәнлелеккә ҡыуана Гөлнур. Тыныслыҡ ят уға. Ауырлыҡтарҙы йырып үтеп, алға барырға, йәшәргә кәрәк.




Вернуться назад