Мөғжизә бар ул05.02.2016
Мөғжизә бар ул “Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Белорет идаралығы ойошторған “Газ өсөн түлә һәм от!” тигән акцияла Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Йәмилә Миңлеғолова еңеүсе тип табылды.

53 йәшлек Йәмилә Сәйетғәле ҡыҙы ғүмере буйы бухгалтер булып эшләй, яңғыҙы ғына малай тәрбиәләй. Фев­ралдә Илнурға 14 йәш тула. Бала тыу­ған көнөнә планшет бүләк итеү­ҙәрен теләгән, әсәһе иһә уның теләге тормошҡа ашһын өсөн аҡса йыйып барған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Йәмилә апай күпме генә тырыш­маһын, бар тапҡаны коммуналь хеҙмәттәрҙән артмаған.
Декабрҙә ошо акция тураһында ишеткәс тә, ул унда ҡатнашырға ҡа­рар иткән. Газ өсөн түләгәндә Йәмилә Миңлеғолова түбәндәгеләрҙе уйла­ған: “Бер ҡасан да буштан әйбер алманым, барыһын да үҙемдең хәләл көсөм менән таптым. Уның ҡарауы, кемгәлер бәхет йылмая бит, ниндәй ғәҙел­һеҙлек!?”
Мөғжизә бар ул. Отош хаҡында ишеткәс, Йәмилә Миңлеғолованың ҡыуанысының сиге булмаған. Иң мөһи­ме — Илнурҙың хыялы тормошҡа ашҡан!
Гөлсирә СӘХИЕВА.


Вернуться назад