Ата-әсәләргә — эш урындары06.03.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “2012 йылда Башҡортостан Республикаһында эшһеҙ инвалидтарҙы, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса өҫтәмә сараларҙың республика программаһын раҫлау тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Программаны финанслауҙың дөйөм күләме 17 миллион 445 мең һумдан ашыу тәшкил итергә тейеш, шуның 14 миллион 825 мең һумдан ашыуы — федераль бюджеттан субсидия, ҡалғаны республика ҡаҙнаһынан. Программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә халыҡтың әлеге төркөмө эшкә урынлашыу һәм килемен арттырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлеккә эйә буласаҡ. Шулай уҡ документҡа ярашлы, 400-ҙән ашыу кешене эш менән тәьмин итеү күҙаллана. Бынан тыш, йыл аҙағына республикала теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,4 проценттан артмаҫҡа тейеш.
Башҡортостан Хөкүмәтенә программаны ваҡытында тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад