Бәхәскә нөктә ҡуйылды22.12.2015
Башҡортостандың Конституция суды баш ҡаланың Октябрь проспекты менән СССР-ҙың 50 йыллығы урамы киҫелешендәге биш ҡатлы йорттан бүлмә һатып алғанда алданған кешенең ялыуын тикшерҙе.
2013 йылдың сентябрендә ул был милекте 800 мең һумға һатып алған, әммә ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйып, аҡсаны тапшырғас, әүәлге хужаның бәлиғ булмаған ике бала тәрбиәләүе асыҡланған.
Бәхәсле бүлмәне ғаилә башлығы 2010 йылдың июлендә социаль яллау договоры буйынса алған. Бер йылдан уны үҙенең исеменә хосусилаштырған. Ҡатыны иһә килешеүҙә ҡатнашыуҙан баш тартҡан.
Бүлмәне һатҡандан һуң ул, судҡа мөрәжәғәт итеп, дәғүә белдергән, уртаҡ балалары булыуын билдәләгән. Быны судта күршеләре лә раҫлаған.
Законға ярашлы, балалар торлаҡты хосусилаштыра алмай. Баш ҡаланың Октябрь район суды ла, республиканың Юғары суды ла балаларҙы яҡлау яғына баҫҡан. Күсемһеҙ милекте һатып алам тип, матди зыян күргән кеше Башҡортостандың Конституция судына мөрәжәғәт иткән. Әммә Конституция суды ла ошондай уҡ ҡарар сығарған. Ялыу яҙған гражданин ҡала Советы ҡабул иткән Хосусилаштырыу тураһындағы положениелағы айырым пункттарҙың Конституцияға тап килеүен тикшереүҙе һорай. Уның фекеренсә, торлаҡты хосусилаштырған кеше балаһы булыу-булмау хаҡында ЗАГС бүлегенән белешмә ҡағыҙын мотлаҡ тәҡдим итергә тейеш.
Торлаҡ ҡануниәте буйынса эксперттарҙы йәлеп итеп, хәлде тикшерҙеләр. Улар Положениены өйрәнгәндән һуң закон актында бындай талаптың булыуын белдерҙе. Суд иһә, ошо талапты күҙ уңында тотмаған Муниципаль торлаҡты хосусилаштырыу тураһындағы положениеның 3.11-се пунктын Конституцияға яуап бирмәй һәм уға үҙгәрештәр индерелергә тейеш, тип тапты.



Вернуться назад