Бушлай! Һуңғы тапҡыр...03.02.2016
Бушлай! Һуңғы тапҡыр... Торлаҡты бушлай хосусилаштырыу мәсьәләһе йылдан-йыл ҡуйыра килде. “Хәҙер юллап өлгөрмәһәгеҙ, аҙаҡ фатирығыҙҙы дәүләттән түләп аласаҡһығыҙ” тигән хәбәр күптәрҙе хафаға һалды. Һуңғы тапҡыр хосусилаштырыу ваҡытын 2016 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтҡайнылар. Хөкүмәт яңыраҡ ҡарар сығарып, был эште йәнә бер йылға һуҙырға булды. Тимәк, һәр кем, 2017 йылдың 1 мартына тиклем кәрәкле ҡағыҙҙарҙы юллап, күсемһеҙ милкенә тулы хоҡуҡлы хужа була ала.

Әйткәндәй, Рәсәй граждандарына 1992 йылдан алып торлаҡҡа хужа булыу мөмкин­леге тыуҙы. Бығаса түләүле хосусилаштырыу ваҡытын дүрт тапҡыр (тәүҙә 2010 йылдың 1 мар­тына тиклем, һуңынан 2013 йылға ҡәҙәр, артабан 2015 һәм 2016 йылдарға) кисектереп торғайнылар. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень белдереүенсә, быныһы һуңғы тапҡыр баш­ҡарыла. Бынан һуң торлаҡты бушлай үҙ исемеңә теркәү мөмкинлеге булмаясаҡ. Шуға ла министр халыҡҡа хосусилаштырыу мәсьәләһен йәһәтерәк хәл итергә кәңәш итте.
Министрлыҡ белдереүенсә, бөгөн илебеҙ халҡының 20 проценты, быға хоҡуғы булһа ла, торлағын һаман хосусилаштырмаған. Күптәрҙең мөрәжәғәтен иҫәпкә алып, йәнә яңыраҡ Рәсәйгә ҡушылған Ҡырым Респуб­ликаһы мәнфәғәтен ҡайғыртып, ил етәкселеге бындай аҙымға бара. Шуға һуңғы мөмкин­лектән файҙаланып ҡалырға ашығығыҙ.




Вернуться назад