Һөнәрҙе дөрөҫ һайла03.02.2016
Һөнәрҙе дөрөҫ һайла Менеджмент, юриспруденция йүнәлешендә уҡырға теләүселәрҙең һаны артып китте бер саҡ. Һәр хәлдә, юридик һәм иҡтисад факультеттарының түләүле бүлектәренә лә инеү хыялы менән янғандар аҙ булманы. Әммә ваҡыт үткәс, шул асыҡланды: ошо һөнәрҙәргә эйә булғандар бөтөнләй башҡа тармаҡҡа эшкә урынлаша, ябай һөнәрмәндәр иһә бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Телеэкранда әле лә “Иретеп йәбештереүсе, электрик талап ителә” тигән иғландарға йыш тап булабыҙ.
Ейәнсура егете Айнур Мусин бәләкәй сағынан уҡ техника менән мауыға. Башҡа ауыл малайҙары һымаҡ, велосипед-мотоциклды тиреп йыйыу менән генә сикләнеп ҡалмай, деталдәрҙе ентекләп өйрәнә. Техник һөнәр һайларға тигән уй ҙа шул саҡта килә уға.
XI класты тамамлағас, Айнур Стәрлетамаҡ политехник колледжына юллана һәм бына икенсе йыл рәттән машиналар эшләү технологы һөнәрен үҙләштерә.
– Ауыл хужалығы университетында белем алырға хыялланам, әммә карьераны төплө итеп, түбәндән башларға уйлайым. Ни генә тиһәң дә, эшсе һөнәрең бул­һа, бер ҡасан да юғалып ҡал­маясаҡһың – уларға һәр саҡ ихтыяж ҙур, – ти ул етди генә.
– Эшсе һөнәрҙәр әҙерләү проб­лемаһы ил, төбәк кимәлендә күтәрелә икән, тимәк, уйланырға урын бар. Мәҫәлән, 600 сту­ден­тыбыҙҙың йөҙҙән ашыуы бына-бына диплом алырға тора, әммә был егет-ҡыҙҙар ҙа Стәрлета­маҡтағы эшсе ҡулдар ҡытлығын ҡаплай алмай. Бушлыҡты тиҙ арала тултырыу ҙа мөмкин түгел. Уның ҡарауы, йәштәр, ниһайәт, ябай һөнәрҙең асылын аңлай башланы – хеҙмәт кешеһенең абруйы бермә-бер күтәрелә, – ти политехник колледж директоры Рәшит Рәжәпов, студентының һүҙен ҡеүәтләп.
– Тик бына дәүләт һәм эш ме­нән тәьмин итеүселәр генә ҡа­наттарын һындырмаһын ине егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың. Урындарҙа кадр­ҙарҙы ҡабул итеп, йәштәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу – бары­һы ла берҙәй мөһим, – тигән теләктә етәксе.
Кәрәкле һөнәр һайлау – бер, уны үҙләштереү – икенсе мәсьәлә. Был йәһәттән Айнур алдынғылар рәтендә: лекцияларҙы ҡалдырмай, сессияһын ваҡытында яҡшы билдәләргә тапшыра.
– Курсташтар менән колледжда ла бергә, дәрестәрҙән һуң да айырылған юҡ, – ти ул йылмайып. – Барыһы ла үҙеңдән тора.
Ысынлап та, тормошта барыһы ла үҙеңә бәйле: кешегә ылығып китеүең дә, үҫешә алыуың да, дөрөҫ һөнәр һайлай белеүең дә…






Вернуться назад