Робинзонға әйләнмәһен ҡарттар03.02.2016
Робинзонға әйләнмәһен ҡарттар Атаҡлы драматург Флорид Бүләковтың “Күгәрсенкәйҙәрем” тигән драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарамаған кеше һирәктер. Ҡарттар йортонда йәшәгән инәйҙәрҙең көнитмешен күреп, йән ғазаптарын тойоп күңел һыҙлай, күҙҙәргә йәш төйөлә. Хәйер, ундай хәлгә тарыған оло быуын кешеләре тормошобоҙҙа йыш ҡына осрап тора. Өлкән йәштәгеләрҙең: “Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел”, – тип уфтанғанын үҙегеҙ ҙә ишеткәнегеҙ барҙыр. Балаларымды кеше итәйем тип ғүмере буйына бил бөккән, иле өсөн тир түккән кешеләр, оло йәшкә еткәс, ни өсөн иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡала һуң?

Геронтология (ҡартайыуҙың биологик, социаль һәм психологик ас­пект­тарын өйрәнеүсе фән) ас­со­циа­ция­һының классификацияһы буйынса өлкәндәргә – 60 – 74, ҡарттарға – 75 – 90, оҙон ғүмерлеләргә 90-дан оло йәштәгеләр ҡарай. Кешенең ғүмер оҙон­лоғона ғаиләнең, тирә-яҡтың мөнәсәбәте тәьҫир итә, ти улар. Был күренеш иһә йәмғиәттең рухи йәһәттән үҫешен сағыл­дыра. Ғөмүмән, өлкән йәштәгеләргә ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙе ғаиләнән башлау ҙур әһәмиәткә эйә. Улар менән балаларҙың тығыҙ бәйләнеш тотоуы мөһим.
Өлкән йәштәге кеше беренсе сиратта сәләмәтлегенә зарланыусан. Уларҙың һаулығы йәштәрҙекенә ҡарағанда күпкә тиҙерәк ҡаҡшай. Башлыса быуындар һыҙлауы, йөрәк ауырыуҙары яфалай, насар ишетәләр, күреү һәләттәре кәмей... Уртаса алғанда, Рәсәйҙә өлкән йәштәге бер кешегә ике-дүрт сир тура килә, ә дауалау хаҡы, йәштәрҙеке менән сағыш­тырғанда, 1,5 – 1,7 тапҡырға ҡиммәте­рәккә төшә.
Шулай уҡ өлкәндәрҙе матди хәлдәре борсой, инфляция кимәле, дарыуҙарҙың юғары хаҡы хафаға һала. Аҙыҡ-түлектең ҡиммәтләнеүе арҡаһында аслы-туҡлы йәшәгәндәре лә байтаҡ. Пенсионерҙар кейем-һалымға ҡытлыҡ кисерә, социаль-мәҙәни ихтыяждарға сығымдары кәмей. Быларҙың барыһы ла уларҙың сәләмәт­легенә йоғонто яһай, иртәгәһе көнгә ышаныстарын һүндерә.
Өлкәндәрҙең күптәре яңғыҙлыҡ тоҙағына эләгә. Кемдеңдер ғаиләһе менән бәйләнеше өҙөлгән, балалары ситкә сығып киткән, икенселәрҙең яҡындары вафат булған, туған-тыумасаһы ҡабул итмәй...
Рәсәйҙә өлкән йәштәге ирҙәр менән ҡатындар араһында айырма бик ҙур: ҡатындарҙың һаны ирҙәрҙән ике тапҡырға артыҡ. Был хәл ирҙәр ғүмеренең ҡыҫҡа булыуы менән аңлатыла. Сер түгел, ир-аттың ғүмер оҙонлоғо төрлө сәбәптәргә бәйле: эскелек, тәмәке тартыу, юл фажиғәләре, ауыр эш һәм башҡалар. Миҫал өсөн әйтәм: беҙҙең 60 йорттан торған ауылда 70 йәште үткән бер генә ир бар. Ул да фалиж сиренән интегә. Аллаға шөкөр, йорт һайын уҡ булмаһа ла, 70 – 80 йәшлек инәйҙәр бар әле. Үкенескә ҡаршы, ауыл ерендә лә ҡатын-ҡыҙҙың ғүмер оҙонлоғо менән маҡтанып булмай. Колхоздың сөгөлдөр баҫыуында иртәнән алып ҡара кискә тиклем бил бөккән, ирҙәр эшен башҡарған, итәк тулы бала үҫтергән ҡатындарҙың сәләмәтлеге ҡаҡшамай ҡалмаған, әлбиттә. Улар хөр­мәтенә саф алтындан һәйкәл ҡойорлоҡ! Ләкин өлкән йәштәгеләргә ҡарата иң ҙур һәйкәл беҙҙең йөрәктә булырға тейеш. Ул һөйөү, ихтирам һәм иғтибар тип атала.
Был юҫыҡта дәүләт тарафынан өлкән быуынға иғтибар юҡ тип әйтеп булмай. Уларға төрлө ташламалар яһала, ҡарттар йорттары эшләй... Ләкин ғүмер көҙөн һәр кеше ғаиләһе менән, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡаршыларға теләй. Шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр!
Ошо урында күптән түгел булған бер ваҡиғаны иҫкә төшөрөп үтке килә. Инсульт һөҙөмтәһендә Өфөлә йәшәгән 63 йәшлек Любовь исемле ҡатын бер аҙна буйына йорто иҙәнендә һушһыҙ ята. “Уның менән бергә эшләйем, – ти Альбина Бикҡолова. – Бер нисә көн эшкә сыҡманы. Мин Эске эштәр идаралығына барып, кешенең юғалыуы тураһында ғариза яҙҙым. Ул ире менән 12 йыл инде бергә түгел. Ейәне Салауат ҡалаһында йәшәй”.
Полиция хеҙмәткәре Эльвира Тибейкина әйтеүенсә, ҡатын аш бүлмәһенең иҙәнендә ятҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәрен күреү менән һыу биреүҙәрен һорай. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте ҡатынды дауа­ханаға алып китә. Әле уның һаулығына хәүеф янамай.
Был беренсе һәм һуңғы осраҡ түгел. Яңғыҙлыҡ арҡаһында бәләгә тарыған, хатта вафат булған пенсионерҙар һаны артҡандан-арта бара. Ошондай аяныслы хәлдәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау ми­нистр­лығында өлкән йәштәгеләрҙе ҡарау өсөн ғаиләләргә тапшырыу тура­һында закон проекты әҙерләнде. Мәғ­лүмәттәргә ҡарағанда, 2021 йылда эшкә яраҡһыҙ булған өлкән быуындың һаны 26,7 процентҡа етәсәк (әле 23,5 процент).
– Быйыл өлкән йәштәге 24 кешене ғаиләгә ҡарауға бирергә уйлайбыҙ, – ти министрлыҡтың бүлек мөдире Зәлиә Тураева. – Ләкин, башҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә, улар – әлеге көндә йә ҡарттар йортонда йәшәгәндәр, йә стационар хеҙмәт алыуға сиратта торғандар. Законға ярашлы, ҡарауға алған ғаиләгә ай һайын 6200 һум аҡса түләнәсәк. Әйт­кәндәй, был ысулды Рәсәйҙең 27 тө­бәгендә ҡулланалар ҙа инде.
Тарихҡа ҡараш ташлайыҡ. Башҡорт халҡы борон-борондан яҡын кешеләренә ҡул һелтәп ҡарамаған. Мәҫәлән, яу ҡырында ятып ҡалған ир-егеттең кәләшен яңғыҙлыҡҡа дусар итеп, яҙмыш даръя­һына ташлап ҡуймаҫ өсөн уның ҡус­ты­һына (ҡатындың ҡәйнешенә) өйләндер­гәндәр. Бының менән балаларҙы ла етемлектән ҡурсалағандар. Ә ҡарттар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Өлкәндәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалғандар, уларға хөрмәт күрһәткәндәр. Ил эшен хәл итеүҙә лә иң беренсе донъя күргән ҡарттарҙың фекерен тыңлағандар, уларҙы ил ағаһы, аҡһаҡал, ил инәһе, ағинәй тип йөрөткәндәр. Хәтерләйем, беҙ бәләкәй саҡта ауыл халҡы яңғыҙ ҡалған кешеләрҙе ҡиәмәтлек әсәй йә атай итә торғайны. Уларҙы үҙҙәренең ата-әсәһе кеүек ҡарап, утын-бесәнен килтерҙеләр, һыуын ташынылар. Быны улар саф күңелдән башҡарҙы, өлкән кешенән бер ни ҙә өмөт итмәне.
Үкенескә ҡаршы, ошо күркәм йола­ларыбыҙ, изге ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ юҡҡа сығып бара. Былай тип йомшағыраҡ әйттем, шикелле. Сөнки атаһын йә әсәһен йортонан ҡыуып сығарған бәндәләр ха­ҡында ла ишеткәнебеҙ бар, уларҙы ҡарттар йортона тапшырыусылар ҙа аҙ түгел.
Ә бына Чечен Республикаһында балалар һәм ҡарттар йорттарының булмауы милләттең иманы тураһында һөйлә­мәйме ни?! Ғөмүмән, чечен халҡы өлкәндәрҙе бер ҡасан да ҡарттар йортона бирмәйәсәк. Әгәр ул кешенең балалары юҡ икән, туған-тыумасаһы ҡарай. Шулай уҡ балаларҙы ла, әгәр ата-әсәһе вафат булһа, олатай-өләсәйҙәре, ағай-апайҙары тәрбиәгә ала.
Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ошондай матур күренештәр бар. Ставрополь крайында йәшәгән Александра Фомивко тигән ҡатын ике йыл элек улын ерләгән. Пенсияға сығып, ҙур ғына йортта үҙе генә донъя көткән. Яңғыҙлыҡтан биҙрәгән ҡатын район үҙәгендәге социаль тәьминәт бүлегенә мөрәжәғәт итә. Унда былай тип кәңәш бирәләр: “Һеҙҙең станицала Надежда менән Александр Демченколарҙың ғаиләһе бар. Ҡаланан күсеп килгәндәр, берәүҙең өйөндә йәшә­гәндәр. Хужа йортон һатҡас, урамда ҡалғандар. Бәлки, шул йәштәрҙе өйөгөҙгә индерерһегеҙ?” Шатланып риза була ҡатын.
“Инәй яңғыҙы ғына йәшәй, – тип һөйләй Надежда Демченко. – Беҙ уны ҡарарға риза булдыҡ. Хужалыҡты күмәкләп алып барабыҙ, байрамдарҙы ла бер ғаилә булып ҡаршылайбыҙ”. Александра Ефимовна ла ҡәнәғәт: йәштәр уға ихлас күңелдән ярҙам итә бит. Хәҙер Ставропольела байтаҡ ғаилә яңғыҙ ҡалған пенсионерҙарҙы опекаға алған.
Новосибирск өлкәһендә йәшәгән Галина Казакова тиҫтәнән ашыу өлкән йәштәге кешене ҡарай. Шулай уҡ Һамар өлкәһенән Галина менән Валерий Орловтар йортһоҙ ҡалған Зоя Хәсәнованы үҙ ғаиләһенә алған. Уларға социаль хеҙмәткәрҙең ставкаһы менән эш хаҡы түләнә, коммуналь түләүҙәргә ташламанан файҙаланалар. Сөнки Һамар өлкә­һендә “Инвалидтарҙы һәм өлкән йәш­тәгеләрҙе ҡарауға алған ғаиләләрҙең эшмәкәрлеген ойоштороу тураһында” ҡарар ҡабул ителгән. Ошондай закон Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә эшләй.
Әлбиттә, республикабыҙҙа ла ҡарт­тарҙы ҡарауға алған ғаиләләр бар. Улар был яуаплы эште, бер ниндәй законды көтмәй, намыҫ ҡушыуы буйынса башҡара. Ә ул ҡабул ителгәндән һуң хәлдәр тағы ла яҡшырыр тип ышанғы килә.




Вернуться назад