Бер тинлек ҡуян — ун тинлек зыян03.02.2016
Иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, граждандар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеүҙәрен дауам итә. Һөҙөмтәлә ҙур зыян күрәләр.
“Авито” сайтында 40 йәшлек ҡатын 800 һумға алйырҙан өсөн ситлек һатыу хаҡында иғлан биргән. Күп тә үтмәй бер әҙәм шылтыратып, ситлек өсөн аҡсаны ҡатындың банк картаһына күсерергә тәҡдим иткән. Һатыусы күп уйлап тормайынса документтың реквизиттарын әйткән. Бер аҙ ваҡыттан карталағы 208 мең һум аҡсаны мобиль ҡушымта ярҙамында урлауҙары хаҡында хәбәрҙар булған.
Әле полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙың шәхесен билдәләй һәм аҡсаның ни рәүешле юғалыуын тикшерә.