Миллиондар, миллиондар...03.02.2016
Баш ҡала халҡы йылылыҡ өсөн 19 миллион һумға артығыраҡ түләгән. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы буйынса ялыуға бәйле прокурор тикшереүе үткәрелгәндә, ошондай мәғлүмәт асыҡланған.

Өфөнөң Орджоникидзе районында 765 йортта йәшәүселәргә тейешенән миллиондарса һумға артығыраҡ түләргә тура килгән. Асыҡланыуынса, был аҡса йорттарҙы йылытыу барышында техник шыйыҡса сығымын ҡаплауға йүнәлтелгән. Ҡануниәткә ярашлы, бындай хеҙмәт иҫәбе бүленгән энергия хаҡына баштан уҡ индерелә.
Административ эште ҡарау һөҙөмтәһендә идарасы компанияға һәм уның етәксеһенә 150 мең һум штраф һалынған. Ойошма законһыҙ түләтелгән аҡсаны кире ҡайтарасаҡ, тип хәбәр иттеләр республика прокуратураһынан.


Вернуться назад