Тикшереүҙәр йүнселдәргә аяҡ сала03.02.2016
Уҙған йыл Башҡортостанда прокуратура тикшереү органдары тарафынан эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын боҙоуға бәйле 1,4 меңдән ашыу етешһеҙлек асыҡланған.

Мәҫәлән, “Механик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә производствола бәхетһеҙ осраҡҡа ҡағылышлы пландан тыш тикшереү үткәреү хаҡында Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының бойороғо ғәмәлдән сығарылды. Күңелһеҙ ваҡиға бөтөнләй икенсе предприятие биләмәһендә булғанға күрә, ҡарар нигеҙһеҙ тип табылды.
Прокурорҙар меңгә яҡын пландан тыш тикшереү осрағы буйынса фекер алышты. Һөҙөмтәлә һәр өсөнсө тикшереүҙе ойошторорға рөхсәт ителде. Башҡа осраҡтарҙа күҙәтеү ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре күҙаллаған контроль сараларын законһыҙ тип таныны һәм тыйҙы.
Былтыр республикалағы прокуратура хеҙмәткәрҙәре контроль органдары эшмәкәрлегендә байтаҡ закон боҙоу осрағын теркәне. Хәлде яйға һалыу маҡсатында 350-нән ашыу күрһәтмә сығарылды, 400-гә яҡын кешегә дисциплинар, 123 вазифалы кешегә административ яза бирелде. Бынан тыш, дәүләт һәм муниципаль контролде тормошҡа ашырыу өлкәһендә ҡабул ителгән законһыҙ хоҡуҡ акттарына 900-ҙән ашыу протест сығарылды.


Вернуться назад