Ҡеүәттең артыуы һөйөнөслө03.02.2016
Башҡортостан — Рәсәйҙә ҙур сәнәғәт ҡеүәтенә эйә булған төбәктәрҙең береһе. Былтыр сәнәғәт секторында етештерелгән тауарҙарҙың 2,7 процентын биләп, республикабыҙ ил субъекттары араһында туғыҙынсы урында бара.

“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикабыҙға был өлкәлә ыңғай динамика хас. Күрһәткестәребеҙ Рәсәй буйынса уртасанан яҡшыраҡ. 2014 йыл менән сағыштырғанда, былтыр етештереү индексы 101 процент тәшкил иткән, илдә иһә — 96,6 процент.
Сәнәғәт тауарҙарының ҡайһы бер мөһим төрҙәрен етештереү буйынса Башҡортостан Рәсәй баҙарында әүәлгесә алдынғылыҡты биләй. Нефть продукттарының бер төрө, кальцийлы сода, бензол, термик юл менән шымартылған быяла, иҙән япмаһы өсөн материалдар, автобетонбутағыстар, вертолеттар сығарыу буйынса беренсебеҙ. Шулай уҡ автобетон­һурҙырғыстарҙы беҙҙән башҡа илебеҙҙә берәү ҙә етештермәй.
Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, республика эшкәртеүгә оҙатылған нефть етештереү күләме, пластмасса, этилен, ксилол, стирол, синтетик каучук, технологик эзбиз, япма материалдар, ҡорос сым сығарыу буйынса ил төбәктәре араһында — икенсе, каустик сода, көкөрт, универсаль электр двигателдәре етештереү йәһәтенән өсөнсө урынды биләй.


Вернуться назад