Ялҡау һылтау эҙләр, егәрле әмәлен йүнләр03.02.2016
Ялҡау һылтау эҙләр, егәрле әмәлен йүнләр “Ҡояш бирә бөтәһен дә, ергә ысыҡ төшкәнен дә, ерҙә еләк үҫкәнен дә, һыҙылып таңдар атҡанын да” тигән шиғыр юлдары иҫкә төштө. Уйлап ҡараһаң, ер йөҙөндәге йән эйәләренең, үҫемлектәрҙең үҫеү-үрсеме туранан-тура йылылыҡ менән бәйләнгән. “Заря” исемендәге хужалыҡ рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил ӘМИНЕВ менән әңгәмәләшкәндә ирекһеҙҙән ошолар хаҡында уйланылды.

– Бик ҡыҙыҡлы күренеш күҙәтелә беҙҙә – юлда Линдовка бүлексәһен үтеүгә климат кинәт үҙгәрә, – тип баш­ланы һүҙен әңгәмәсем. – Был яҡтарҙа, әйтәйек, Раевка ҡасабаһы менән сағыштырғанда, һыуығыраҡ. Беҙгә, ысынлап та, яҙ һуңлабыраҡ килә, көҙ иртәрәк башлана. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йөкләмәләрҙе теүәл үтәргә өйрәнгәнбеҙ. Сөгөлдөр­ҙән, көнбағыштан, иген культураларынан мул уңыш йыйып алынды. Ужым сәсеп оттоҡ, белгән шикелле уның өсөн ҙур майҙан ҡалдырғайныҡ. Ялҡау сәбәп эҙләр, егәрле әмәлен табыр тигәндәй, тырышабыҙ инде. Ауыл хужалығы тармағының ҡайһы ғына йүнәлешен алғанда ла, күрһәт­кестәр насар түгел, киреһенсә, ал­дынғылар исемлегенән төшкән юҡ.
Хужалыҡ бәләкәй түгел. Идара – Әбдрәшиттә. Бынан тыш, Балҡан, Михайловка, Игенсе һәм Красная Звезда ауылдарынан халыҡ йөрөп эшләй. Ауылдар бер-береһенән бик йыраҡ урынлашмаған.
Малсылыҡ та, үҫемлекселек тә яҡшы үҫешкән. Хәйер, уларҙы бер-береһенән һис кенә лә айырып ҡарап булмай. Нисек бесән әҙерләмәйенсә йәки көтөүлек булмай тороп мал аҫрайһың, уны ишәйтәһең?!
Техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерләү – әле төп маҡсаттарҙың береһе, орлоҡ туплана, яғыулыҡ хәстәрләнә. Әйткәндәй, “Заря”ға “орлоҡсолоҡ ху­жалығы” тигән сертификат биргәндәр, был башҡа хужалыҡтарға ла элиталы орлоҡ һатырға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта һөт һауыу күләмен арттырыу, малдарҙы уңышлы ҡышлатыу – мөҡәддәс бурыстар рәтендә.
Әсе тир түгеп тапҡан ҡәҙерле, тиҙәр. Ысын мәғәнәһендә егелеп эшләргә кәрәк, бигерәк тә бөгөнгө заманда бер нәмә лә үҙенән-үҙе алдыңа килмәй. Ауыл ерендә барыһы ла ғаиләле, һәммәһенең дә бәләкәй генә булһа ла хужалығы бар. Бә­лә­кәстәр балалар баҡсаһына йөрөй, мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорто студенттары ла байтаҡ, ҡайһы берәүҙәр банкка кредит түләй. Әгәр ҙә шуларҙың берәүһенә генә лә эш хаҡын тотҡарлаһаң... Шөкөр, ул ваҡытында түләнә икән. Ә өҫтәмә дәртләндереү саралары ла ҡаралғас, өлкәне лә, йәше лә фермаға ашҡынып килә.
– Наил Мәсғүт улы, еңел булма­ған иҡтисади шарттарҙа хужалыҡ йөгөн алып барыу ауыр түгелме, туҡтауһыҙ иҫкән көрсөк елдәре йонсотмаймы? – тип һорайым.
– Әлшәйҙә эшһөйәр кешеләр йәшәй, тигән һүҙ йөрөй. Көрсөк тигәндән, барыһын да ышаныс йәшәтә, шуға киләһе көн­дәргә лә яҡты өмөт менән ҡарайбыҙ. Кемгә нисектер, әсе елгә ҡарағанда ҡояштың йылы нурҙары йышыраҡ төшә беҙгә, — ти әңгәмәсем. — Йәнә “500 ферма” программаһына инеү-инмәүебеҙ менән дә ҡыҙыҡһыналар. Һарайҙарға һөт үткәргес урынлаш­тырылған, һыуытҡыс бар. Хужалыҡ заманса ҡорамалдарҙы күптән ҡул­лана: малсыларҙың эше еңеләйҙе, һауынсылар ауыр күнәк күтәреп базаның бер башынан икенсеһенә йөрөмәй. Әлбиттә, программала ҡатнашырға була, ләкин беҙ барыһын да ғәмәлгә ашырғанбыҙ.
Дәүләкән районына сиктәш ятҡас, күршеләр араһында төрлө йүнәлештә ныҡлы бәйләнеш булдырылған. Ауыл хужалығы тармағы буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, бүтән төрлө алыш-биреш итеү, һабантуйҙарға йөрөшөү ғәҙәте бар. Әлшәйҙәр — уларҙан, дәүлә­кәндәр әлшәйҙәрҙән өйрәнә. Ҡыҫ­ҡаһы, йолаларға тоғро ҡалыу һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү – бөгөн үҙ-ара төп маҡсат.






Вернуться назад