Тормошта ла кәртәләрҙе еңеп03.02.2016
Бибисара Азаматованың, Рәил Өмөтбаевтың исемдәре йыр-моң һөйөүселәргә яҡшы таныш. Төрлө йәштәге ике йырсының яңынан-яңы концерт программалары менән республиканың ҡала һәм райондарын иңләүе бер ҙә осраҡлы түгел. Күптән түгел улар беҙҙең район мәҙәниәт йортонда сығыш яһаны. Йыр-моңға, уйын-көлкөгә бай тамаша “Мөхәббәткә кәртә юҡ-2” тип аталды.
“Кәкүк”, “Көнләшмәйем”, “Рәнйемә, йәнем, берүк” — Бибисара Азаматованың ошо һәм башҡа моңло йырҙары залдағыларҙы арбаны, күңел ҡылдарына ҡағылды, ғүмерҙең ҡәҙере хаҡында уйландырҙы, һағыштарға һалды. Бибисара апай ихлас әңгәмәсе лә булып сыҡты. Һорауҙарыма яуап итеп, үҙенең кисергәндәрен теҙҙе лә теҙҙе…
—Уҫаҡ өй, ер иҙән, әсәйем алдынғы һауынсы, — тип хәтерләй йырсы. — Ҡалпаҡ радионы бирелеп тыңлайым. Ауылда үҙебеҙ йыйылабыҙ ҙа концерт ҡуябыҙ, V кластан һыбай йөрөргә өйрәндем. Бик йәшләй һыйыр һауырға тура килде. Әсәйемдең ҡулында биш бала, үгәй атай. Тормош беҙҙе иртә өлгөрттө. Хеҙмәт юлымды һауынсы булып башланым. Уҡытыусы булырға өндәнеләр, уҡырға ебәрҙеләр, кире ҡайттым. Баймаҡҡа һыра заводына эшкә урынлаштым. Хеҙмәт баҫҡыстары буйлап үрләттеләр, маҡтаулы исемдәр, наградалар... 28 йәшемдә директор вазифаһын ышанып тапшырҙылар. Дилбегәне егерме йыл тарттым. 1980 йылда билдәле комбайнсы Риза Яхин менән Мәскәүҙән ҡорамалдар барып алдыҡ. 1988 йылда илдә иғлан ителгән “ҡоро закон” арҡаһында заводты ябырға ҡарар иттеләр. Утыҙ йыл ғүмеремдең емеше юҡҡа сыҡты. Эшкә һәләтле коллектив тарҡалды. Ғүмерем буйына йырланым. Водителгә йырлай торғайным, тәүге тыңлаусым ине ул. Шулай итеп, сәхнәгә тормош һынауҙарын үтеп килеп юлыҡтым.
Бәлки, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн услап эскәнгә күрә, кеше менән аралашҡанда шундай ябайҙыр ул. Йырҙары ла бит күңел төбөнән, тәрәндән юл ала. 2008 йылда тәүге дискы сыға. Республиканың мәшһүр баянсылары менән Сибай һәм Баймаҡ яҡтарын гөрләтә. ”Башҡорт йыры”ның “Йыл йыры” номинацияһында еңә. “Юлдаш йыры”нда ун беренсе йыл рәттән иң алдынғы урынды яулаған Бибисара Азаматова бәхетле йондоҙлоҡта тыуғандыр. Тәжрибәле йырсы менән бергә йәш таланттар Рәил Өмөтбаев менән Ирина Халиҡова ла илһамланып, халыҡ һөйөүен йыйып, моңло тауыштары менән тамашасыларҙы ҡыуандыра. Хеҙмәттәшлек юлында уларға бары уңыштар юлдаш булһын.