Һәр кемдең – үҙ ҡаҙаны03.02.2016
Боронғо, һыналған танышыма яңы ғына сыҡҡан, әле үҙем дә күреп туймаған китабымды бүләк итеп шатландым. Әллә ни уҡый һалып бармай ул, дөрөҫөн әйткәндә. Уның ҡарауы, кеше булараҡ бына тигән: аҡыллы, изгелекле, тыйнаҡ, егәрле, ярҙамсыл. Йәнә лә тормошто күп күргән, ауырлыҡтар аша лайыҡлы сыға килгән, уңыштар күтәременән сайҡалмаған уҙаман. Туҡ башаҡты бушынан бер яңылышһыҙ, алыҫтан айыра ул. Тимер юл станцияһындағы ҡасабала йәшәй. Шунда уҡ эшләй ҙә.

Ә мин уға ошолай оло хөрмәтемде белдерҙем булыр.
– Бәлки, үҙеңде лә таный ҡуйырһың, – тинем, йылмая төшөп.
Шулай тинем, сөнки һирәк-һаяҡ осрашҡаныбыҙҙа миңә үҙе ҡатнашлымы, шаһитмы, бүтәндәрҙән ишетмешме тарихтарҙы ихлас һөйләй. Тимер юл техникумын бөтөрөү менән ошонда төпләнһә лә, һай, афарин, тыуған яғының һүҙ хазинаһын үҙендә һаман һаҡлап килә. Һаҡлап ҡына ҡалмай, тарата ла. Ҡайһы бер бәйәндәренең әҫәрҙәрем тыуыуға этәргес булыуы ла ихтимал. Үҙгәртелеп, әлбиттә, бәғзеләре танымаҫлыҡ дәрәжәгә еткерелеп. Был мәсьәләлә артыҡ теүәллек яғында түгелмен мин.
Юғиһә, ана, күпме ғүмер үтһә лә:
– Теге һинең хикәйәңдәге кеше шул инде, – тиеүсәндәр.
Егет кенә сағымда бер иҫеректең мажараһы тураһында һөйләгәйнеләр, шуны яҙғайным. Әҙәби әҫәр тураһында ниндәйҙер көнкүреш кимәлендә әйтелеүен теләмәйем мин, ҡыҫҡаһы.
Хужаның һөйкөмлө ҡатыны әйткәнем менән ҡапыл ҡыҙыҡһынып алып китте:
– Ҡана әле, ҡайҙа! – Китапты иренең ҡулынан һыпыра тигәндәй тартып алды, тиҙ-тиҙ битләй башланы.
Шундай йәһәт кеше: ҡулында ут уйнай. Өйөнөң эсе лә, тышы ла һәр ваҡыт, берәй бай ойошманың затлы ҡағыҙҙа баҫылған юбилей китабылай, ялтлап тора. Ашнағы һис ҡасан ял итмәй. Донъя көтөүгә ҡаныҡҡан кеше ул. Шуның өсөн ихтирамым ҙур. Ә бына рухи хазиналарҙан, әйтмәһәм дөрөҫ булмаҫ, ситтәрәк йәшәй. Һәм быға мин, әйткәндәй, тыныс мөнәсәбәттәмен, бөтә яҡлап камил заттар бик әҙ бит. Ғөмүмән, булһалар әле.
Тегеһе, быныһы тураһында һөйләшеп ултырабыҙ хужа менән. Хужабикә һаман китабымды аҡтара. Йыйынтығымды йәлләп тә ҡуям, нәфис, әммә көслө бармаҡтарға ул оҙаҡҡа түҙмәҫ, көҙгө япраҡ шикелле сатнай, ыуала башлар төҫлө. Әйләндереп, йөкмәткеһенә лә күҙ һалғылай, шунда ниндәйҙер ишараға юлығырына өмөтләнә.
Күпкә сыҙаманы еңгә. Ғөмүмән, әҙәби китап уҡыуҙы, Интернетта соҡоноуҙы ялҡаулыҡ, бушҡа үткән ғүмер тип баһалай ул. Бына ризыҡ бешерергә, тоҙларға, ҡаҡларға һәм уны башҡаса һаҡларға өйрәтһәләр инде, исмаһам, яраған. Хәйер, хужалыҡ эштәре буйынса ул үҙе ҡосаҡ-ҡосаҡ китап яҙырлыҡ.
– Ҡайҙа бында, – ире яғына ымланы, – уның тураһында? – Тауышында тимер сыңлауы ишетелде, йөк тейәлгән вагондың ҡырҡа боролошта шығырлауы яңғыраны. Ҡаты холоҡло ул. Тормош шулай иткәндер, юғиһә йәш сағында былай уҡ һиҙелмәй ине.
Нимә тип яуапларға белмәй ултырам.
– Унда… улай тура яҙылмаған, – тигән булдым, аптырағас. – Ысын исемдәр аталмай. Хикәйә бит улар, мәҡәлә түгел.
Әйттем дә үкендем: ниңә жанрға төшөп киттем инде, үпкәләтеп ҡуйһам шунан?
Ә ул бында бер ниндәй хилафлыҡ тоймаған икән дә:
– Йә, ҡайһы урында?
Миңә тағы ла уңайһыҙыраҡ.
– Уныһын әйтә алмайым. Бәлки, юҡтыр ҙа. “Мыйыҡлы кеше” тигәнемдә ағайҙы күҙ уңында тотҡанмындыр йә. – Һүҙҙе шаярыуға борорға маташам.
– Ай икән дә! – Танышымдың ҡатыны, шулай тип бүләгемде өҫтәлгә һалды. Ырғытҡандай тойолдо миңә. Китабым да, ауыртыныуҙан, гүйә: “Ай-й!” – тине теш араһынан. Өҫтәл ситенә, урамда тайып ҡолаған кешеләй, ибәтәйһеҙ барып ятты шул.
Ләкин китабым өсөн үпкәне йөҙөмә сығарманым. Йорт хужаһы, һүҙгә һаҡ, ипле кеше, уны уртағараҡ шылдыра бирҙе, икебеҙ алдында ла ғәфү үтенгәндәй, тышлығын һыйпап ҡуйҙы.
Артабан, ашнаҡ яғынан килгән ҡолаҡ ҡытыҡлағыс шыж-быжға, танауҙы ләззәтләгес ризыҡ еҫенә диҡҡәт ҡыла бирҙе лә:
– Уҡырға тырышырмын. Әйҙә, тамаҡ ялғап алайыҡ, – тине.
Ә мин сәнғәт тураһында юғары һүҙҙәр генә һөйләргә кәрәклеге тураһындағы һығымтаны, бына, сираттағы тапҡыр яһаным. Китабымды тапшырғанда баяғыса, көнкүреш кимәлендә, әйтмәҫкә тейеш булғанмындыр. Етмәһә, шуның менән ирен өҙөлөп яратҡан ханым күҙендә уға ҡарата ниндәйҙер еңел, әммә барыбер ҙә кәрәкһеҙ, ҡырын-мырынлыҡ йәһәтенән шик тыуҙырҙым, тип уйлайым. Был, әйткәндәй, һис нигеҙһеҙ ине.
Һәйбәт яраштырылған табын уңайһыҙлыҡты көҙгө елдәй ҡыуып таратты. Хужабикә, ана, бик оҫта итеп аш ҡоя. Уныһы, һәр ваҡыттағыса, тәмлеләрҙән-тәмлелер, тип уйлайым. Хәҙер ҡоротлап тороп ебәрһәк!.. Уныһы ла, ят ерҙә йәшәһәләр ҙә, гел була бит әле.
Бында, үҙе сикһеҙ хакимлыҡ иткән биләмәлә, өҫтәрәк әйткәнемде өлөшләтә кире алам, еңгә һис тә уҫал түгел ул. Киреһенсә, йомшаҡ, наҙлы. Ғәжәп, хатта йылмаяҡ. Бында ул – үҙ ҡаҙанында. Шул ҡаҙанды еңгә ҡар өҫтөндә лә ҡайната ала. Тәрилкәләр менән дә бик һаҡ эш итә. Һауыт-һабаһы бер ваҡытта ла, бая минең китабым һымаҡ, һыҙланмайҙыр, тим. Хәйер, онотҡандыр ҙа инде ул уны. Һәм дөрөҫ тә эшләгәндер.
Һәр кемдең үҙ ҡаҙаны шул барыбер ҙә.




Вернуться назад