Тимер юлда – бурҙар02.02.2016
Былтыр Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһендә йөк урлауға ҡағылышлы 120 енәйәт ваҡытында туҡтатылған. Бер йыл эсендә 141 бур тотолған, 34 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Улар башлыса әйбер урлауға, тәртип боҙоуға, ялған терроризмға ҡағыла.

2014 йылда иһә был өлкәлә 129 енәйәткә кәртә ҡуйылған булған. Тимер юлда тәртип боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү маҡсатында Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре махсус сараларҙы даими үткәрә.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.



Вернуться назад