Эшҡыуарға яңы шөғөл02.02.2016
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн Бөрө, Дыуан һәм Иглин урмансылыҡтары биләмәһендә 17,7 мең кубометрлыҡ ағас әҙерләүгә ҡағылышлы килешеү төҙөү хоҡуғын һатыуға 25 лот билдәләне.

Йүнселдәр өсөн аукцион үткәреү хаҡында тулы мәғлүмәт www.torgi.gov.ru рәсми сайтындағы “Урман биләмәләрен ҡуртымға алыу һәм ағас үҫентеләрен һатыу” тигән киҫәктә урынлаштырылған. Сарала ҡатнашыуға ғариза 12 февралгәсә ҡабул ителә.


Вернуться назад