Һиндостан менән хеҙмәттәшлек нығый02.02.2016
Һиндостанда уҙғарылған халыҡ-ара форумда Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙылар.

“БРИКС-тың үҫеш программаһы: Рәсәйҙә инвестиция өсөн ҡыҙыҡлы төбәктәр” сессияһында республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков төбәктең иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте хаҡында һөйләне.
– Һиндостан – беҙҙең тарихи партнерыбыҙ, – тине ул. – Халыҡ-ара сауҙа әүҙемләшеүен, Һиндостандан импорт күләменең артыуын теләр инек. Республика өсөн фармацевтика препараттары, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге өр-яңы материалдар һәм нанотехнологиялар етештереү буйынса проекттар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шулай уҡ күн сәнәғәте предприятиелары асыу, мәғлүмәт технологиялары йәһәтенән үҙ-ара бәйләнеште әүҙемләштереү отошло буласаҡ.


Вернуться назад