Тарихҡа сумдырған күргәҙмә02.02.2016
Ошо көндәрҙә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Республика Башкортостан” гәзитенең фотохәбәрсеһе Рәйеф Баҙыҡовҡа 70 йәш тулыуға арналған “Кадрға сумыу” нәфис һәм документаль фотолар күргәҙмәһен ҡараны.
“ВДНХ-Экспо” күргәҙмә комплексында фоторәссамдың иң яҡшы 70 эше ҡуйылған. Улар араһынан тиҫтәгә яҡынын уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарында төшөрөлгән ретроспектив тарихи фотолар тәшкил итә, ҡалғандары – тамашасы хөкөмөнә тәүге тапҡыр сығарылған һүрәттәр. Экспозицияла республикалағы төрлө мөһим ваҡиғаларҙан үҙенсәлекле репортаж сағыла.
Әйткәндәй, Рәйеф Баҙыҡовтың ижади эшмәкәрлеге күп тиражлы “Голос строителя” гәзите менән хеҙмәттәшлектән башланған. 1980 йылда ул “Вечерняя Уфа” ҡала гәзитенә килгән, ә 1983 йылдан тормошон “Республика Башкортостан” ижтимағи-сәйәси гәзите менән бәйләгән. Коллегабыҙ – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Фоторәссамдар союзы ағзаһы, илебеҙҙең иң яҡшы фоторәссамдары иҫәбендә.