Йәшелсәсегә кем ярҙам итер?02.02.2016
Йәшелсәсегә  кем ярҙам итер? Бүздәк районында 2020 йылға тиклем Башҡортостанда йәшелсәселекте үҫтереү стратегияһын тикшерҙеләр.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин, республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко, Рәсәй йәшелсә етеш­тереүселәренең милли союзы президенты Сергей Королев, Хөкүмәт Аппараты вәкилдәре, ауыл ху­жалығы идаралыҡтары, республи­ка­лағы крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтары, агросәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
Ресурстарға, орлоҡҡа, ашла­ма­ларға хаҡ артыуға бәйле иҡтисади хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡа­рамаҫтан, төбәктә йәшелсә үҫтереү майҙандары артҡан. Былтыр Башҡортостанда был йүнәлеш буйынса тулайым йыйым 366 мең тонна, йәғни элгәре йылдағы кимәлгә ҡарата 104,8 процент тәшкил иткән. Асыҡ һауала – 290,4, теплицаларҙа 75,9 мең тонна уңыш үҫтереп алынған.
– Дүрт йыл эсендә ҡышҡы теплицалар майҙанын икеләтә, тулайым йыйымды 1,5 тапҡырға арт­тырырға ниәтләйбеҙ, – тине Илдар Тимерғәлин. – Ошо рәүешле халыҡты үҙебеҙ үҫтергән йәшелсә менән тәьмин итәсәкбеҙ. Өҫтәүенә бөгөн бындай ризыҡтарға ихтыяж артҡандан-арта.
Әйткәндәй, ябыҡ грунтта йә­шелсә үҫтереү йәһәтенән Баш­ҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Республикабыҙҙа сәнә­ғәт теплицалары майҙаны – 46 гектар. Былтыр ғына биш гектар заманса ҡышҡы теплица файҙа­ланыуға тапшырылған.
Премьер-министр урынбаҫары әйтеүенсә, алға китеш бар, әммә был ғына етмәй. Әле республика аграрийҙары халыҡты йәшелсә менән 75 процентҡа тәьмин иткән.
Рәсәй йәшелсә етештереү­селәренең милли союзы президенты Сергей Королев әйтеүенсә, тармаҡта хәл ителмәгән мәсьә­ләләр байтаҡ.
– Проблемаларҙы тикшереү өсөн Башҡортостанда йыйылы­уыбыҙ осраҡлы түгел. Бында төбәк етәкселеге лә, энергия һатыусы компаниялар ҙа хәлде яҡшы аңлай. Йәшелсә үҫтереүселәргә тарифты түбәнәйтеү буйынса төрлө технологик алымдар тәҡдим ителә, – тине Сергей Валерьевич. – Атап әйткәндә, ҙур йәшелсә комплекстары өсөн тарифты 1 кВт өсөн 2,8 һумға тиклем төшөрөү хаҡында һүҙ алып барыла. Бындай тәжрибә тотош Рәсәй өсөн ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Көнүҙәк мәсьәләләр буйынса киңерәк фекер алышыу өсөн шулай уҡ “Заманса теплицалар төҙөү” һәм “Электрон аукционлы емеш-еләк, йәшелсә үҙәген ойоштороу” кеүек темалар буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр, ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереүҙең заманса технологиялары буйынса семинар үткәрелде, теплицалар төҙөүгә, яңыртыуға бәйле инвестиция проекттары менән таныштырыу сараһы булды.



Вернуться назад