Атай нигеҙенән ҡеүәт алып02.02.2016
Атай нигеҙенән  ҡеүәт алып Үткән быуат аҙағында райондың һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарында 60 — 70 мең баш ҡуй аҫралып, продукцияһы ит комбинаттарына, йөн эшкәртеү фабрикаларына оҙатылып, күп мәсьәлә ыңғай хәл ителгән. Тармаҡҡа бөгөн дә ихтыяж ҙур, уны тергеҙеү өсөн төрлө дәүләт программалары ҡабул ителә.

Иҙәш Ҡусҡары ауылынан Фәрит Шәриповты районда күптәр оҫта кө­рәшсе булараҡ белә. Һуңғы ун йыл дауамында ул үҙ ауырлыҡ кате­горияһында күп тапҡыр район чемпионы исемен ала, Урал аръяғында үткәрелгән ярыштарҙа даими еңеү яулай. Әле лә урындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләп, милли көрәшкә һөйөү тәрбиәләүен дауам итә.
– Күптәр өсөн фермер булып китеүем көтөлмәгән яңылыҡ булды, әлбиттә. Бала саҡтан мал араһында үҫкәнгәме, яҙмышымды был тар­маҡтан тыш күҙ алдына ла килтерә алманым, – ти Фәрит Дарис улы. – Бәләкәйҙән һарыҡ ҡырҡыуҙа ярҙам­лаштым, бәрәстәр тәрбиәләштем. Атайым ғүмер буйы “Заветы Ильича” хужалығында көтөүсе, ат ҡараусы булды. Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡат­наш­ҡан олатайым Баймөхәмәт тә кол­хозлашыу осорона тиклем ихата­һында 800-гә яҡын һарыҡ аҫраған. Малға ҡарата һөйөүем тап уларҙан киләлер.
Фәрит тыуған ауылында һигеҙ йыл белем алғас, уҡыуын Гусев урта мәктәбендә дауам итә. Мәктәптең ярҙамсыл хужалығында быҙау ҡарап, аттестат менән бергә ике йыллыҡ стажы тураһында хеҙмәт кенәгәһе лә ала. Артабан йылҡы­сылыҡ фермаһында көтөүсе булып эшләгәс, армияға алына. Унан Стәрлетамаҡ физкультура техникумына ситтән тороп уҡырға инеп, Урал урта мәктәбендә уҡыта башлай.
Бер аҙҙан яңы эш башлаған фер­мерҙарға дәүләт ярҙамы күрһә­телеүе хаҡында ишетеп, егет үҙен мал­сылыҡта һынап ҡарарға ниәт итә. Ғаиләһе, туғандары ла ҡарарын хуп­лай. Фәрит тейешле документтар әҙерләп тапшырып, 2013 йылда райондың яңы эш башлаған бер нисә фермеры менән бер рәттән һарыҡ­сылыҡты үҫтереү өсөн дәүләт грантына лайыҡ була. Һөҙөмтәлә ныҡыш­мал, көсө ташып торған егет Силәбе өлкәһенән “Эдельбай” тоҡомло 50 һарыҡ, МТЗ-82 тракторы һатып ала һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштора. Мал аҙығы әҙерләүҙә ғаиләһе, туғандары ярҙам итә. Әле бер ауылдашын көтөүсе итеп эшкә алған. Һарыҡтар һаны артҡас, йәнә бер нисә хеҙмәт урыны булдырырға уйлай.
Фермер хужалығында 200-ҙән ашыу ҡуй аҫрала. Былтыр һарыҡ­тарҙың барыһы ла бәрәсләгән. Йүн­сел ауыл янында ферма ҡал­ҡытҡан, әле унда төҙөлөш дауам итә.
Егеттең уй-хыялдары күп. Һарыҡ­тарын 500 башҡа еткереү, тармаҡты артабан үҫтереү, эш булмағанлыҡтан аҡса артынан сит тарафтарға сығып киткән ауылдаштарына хеҙмәт урыны булдырыу ниәте менән йәшәй ул.
Фәрит бағыусылыҡ менән дә шөғөлләнә. Райондағы бер генә сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Һабантуйҙа йүнселдең башланғысы менән өс йыл рәттән “Ирәндек айыуы” исемле бәйге ойошторола. Майҙанға сыҡҡан егеттәр 90 килограмм ауыр­лыҡтағы ташты алыҫлыҡҡа ташларға тейеш. Еңеүсегә фермерҙың һарығы тәтей.
Атай нигеҙендә ғүмер иткән йүн­селдең ғаиләһендә өс бала үҫә. Ҡатыны Айгөл Рауил балалар йортонда уҡытыусы булып эшләй. Арсен, Әҙилә – мәктәп уҡыусылары, кинйә­кәүҙәре Йәлил балалар баҡсаһына йөрөй. Атай-әсәй балаларын бәләкәй­ҙән хеҙмәт һөйөргә өйрәтә. Әлбиттә, ғаиләнең төп кәңәшсеһе һәм ярҙам­сыһы – Фәриттең әсәһе Зәйтүнә апай.
Татыу, берҙәм Шәриповтар күптәр­гә өлгө. Уларҙың ҡапҡаһына “Өлгөлө йорт”, “Татыу ҡәйнә һәм килен” тигән алтаҡтаҡталар юҡҡа ғына беркетел­мәгән шул.







Вернуться назад