Редакция Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылында йәшәүсе Мәрйәм Яҡшыбаеванан хат алғайны. Уҡыусыбыҙ аҙ тәьмин ителгән күмәк балалы ғаиләләргә тәғәйенләнгән торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса социаль ярҙамдың, йәғни айлыҡ аҡсалата компенсацияның дөрөҫ иҫәпләнмәүе хаҡында еткереп, ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе үтенгәйне.
Дүрт бала әсәһенең мөрәжәғәтенә битараф ҡала алманыҡ. Ысынлап та, закон буйынса ҡаралған ярҙамға хоҡуғы бар икән, ни өсөн аҡсаны ҡулына тулыһынса алмай?
Мәсьәләне аңлатыуҙарын һорап, хатты Мәләүез ҡалаһы һәм районы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының Ейәнсура районы бүлегенә ебәрҙек һәм бүлек начальнигы Р. Кәримованан тиҙ арала яуап алдыҡ. Унда Мәрйәм Яҡшыбаеваға субсидия күләменең ҡайһы бер осорҙа ни өсөн кәмерәк булыуы сәбәбе тәфсирләп аңлатылған.
“Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың айырым категорияһына торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә социаль ярҙам саралары күрһәтеү тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу хаҡында”ғы Башҡортостан Хөкүмәтенең 2008 йылдағы ҡарары менән раҫланған положениеға ярашлы, айлыҡ аҡсалата компенсация 2009 йылдың 1 ғинуарынан 2009 йылдың 31 майына тиклем тәғәйенләнгән. Ошо положениеға ярашлы, 2008 йылдың 31 декабренә ҡарата торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн социаль ярҙам алыусыларға 2009 йылдың тәүге яртыһына аҡсалата айлыҡ компенсация ошо йылдың 31 майына тиклем ғариза һәм документтар бирелгән осраҡта түләнә. М. Яҡшыбаева беренсе ярты йылға документтарын (паспорт, тыуыу тураһында таныҡлыҡ, ғаилә хәле һ.б.) 2009 йылдың апрелендә тапшырған. Ә икенсе ярты йылға айлыҡ аҡсалата компенсация алыуҙы оҙонайтыу өсөн ул июнь айында мөрәжәғәт итергә тейеш булған, ләкин ул быны 2009 йылдың 14 декабрендә генә эшләгән.
Алда әйтелгән положениеға ярашлы, аҙ тәьмин ителгән күп балалылар категорияһына инеүсе граждандарға (йәғни 18 йәшкә тиклемге өс бала тәрбиәләгән) субсидия мөрәжәғәт иткән айҙан алып алты айға йәки өс баланың өлкәненә 18 йәш тулған ваҡытҡа ҡәҙәр (тыуған айын да иҫәпләп) тәғәйенләнә”, — тиелә яуапта.
2010 йылда ла тейешле сумманы алып еткермәүегеҙгә субсидия алыу ваҡытын оҙонайтыу өсөн ваҡытында мөрәжәғәт итмәүегеҙ сәбәпсе. 2010 йылда июндә бараһы урынға 6 сентябрҙә килгәнһегеҙ. 2011 йылдың март айында мөрәжәғәт итәһе урынға документтарығыҙҙы 29 апрелдә тапшырғанһығыҙ.
Шулай итеп, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә субсидия алыу өсөн үҙ ваҡытында, йәғни ярты йыл һайын тейешле документтарҙы тапшырырға кәрәк. Айлыҡ аҡсалата компенсация документтар бирелгән айҙан алып ҡына түләнә башлай.
М. Яҡшыбаева ла, бүтән аҙ тәьмин ителгән күмәк балалы ғаиләләр ҙә ошо әйтелгәндәрҙе иғтибарға алыр, тип ышанабыҙ.
М. ХАРИСОВА әҙерләне.