Ришүәтселәргә “ҡара көндәр” килә02.02.2016
“2014-2015 йылдарға иҫәпләнгән Коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлектең милли планы, дөйөм алғанда, үтәлде, – тип хәбәр итте Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Иванов. – Уның иң мөһим һөҙөмтәһе тип власть органдарында коррупцияға ҡаршы бүлексәләр системаһын булдырыуҙы атарға мөмкин. Ошо арҡала былтырғы туғыҙ айҙа закон боҙоуҙың 20 меңдән ашыу осрағы асыҡланды”.

Етешһеҙлектәрҙе тикшереү барышында 340 дәүләт хеҙмәткәре “ышаныстан сыҡты” тигән мөһөр менән эштән ебәрелгән, 176-һы мәнфәғәттәр тап килмәүе сәбәпле вазифаһын ҡалдырған. Түрәләрҙән “мине коррупцияға йәлеп итергә маташтылар, ришүәт тәҡдим иттеләр” тигән мәғәнәләге 5,5 мең ялыу килгән, һөҙөмтәлә 2863 енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм 1700 кеше хөкөм ителгән. Граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәте буйынса иһә 1700 дәүләт хеҙмәткәре дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, 800-ҙән ашыуы енәйәт эше буйынса суд алдына баҫҡан.
Хәҙер дәүләт хеҙмәтендәге күптәргә, бигерәк тә илдең бойондороҡһоҙлоғо һәм милли хәүефһеҙлек менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашҡан­дарға, сит илдәрҙә банк иҫәбе асыу, ҡиммәтле ҡағыҙҙар алыу тыйыла. Коррупцияға ҡаршы ҡабул ителгән сараларҙы инҡар иткән төбәк парламенты һәм муниципаль совет депутаттары мандатынан мәхрүм ителә. Мәнфәғәттәр ҡапма-ҡаршылығын булдырмау талабы иһә вазифалы кешеләрҙең барыһына ла ҡағыла. Шулай уҡ барлыҡ чиновниктарға коммерция эшмәкәрлегенә юл ябыҡ.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына “Рәсәй Федерацияһында дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһында” законды үҙгәртергә тәҡдим итте. Проектта суд ҡарарына ярашлы вазифаһынан ситләтелә алған кешеләр иҫәбенә енәйәт ҡылған дәүләт хеҙмәткәрҙәрен дә индереү хаҡында һүҙ бара.
Республика парламенты етәксеһе Константин Толкачевтың аңлатыуынса, ҡайһы бер етәкселәр, биләгән вазифаһынан файҙаланып, үҙенә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшен тикшереүгә ҡамасаулай: дәлилдәрҙе йәшертә, шаһиттарҙың ауыҙын яптыра. Шуға ла депутаттар тәфтиш органдары өсөн хәҡиҡәтте асыҡлау йәһәтенән ҡулай шарттар тыуҙырмаҡсы.


Вернуться назад