Алкоголгә гәзиттә урын юҡ!02.02.2016
Алкоголле продукцияға ҡағы­лыш­лы ҡануниәттең дә яңыр­ты­лыуы ихтимал – Мәскәү һәм Бөтә Рәсәй патриархы Кирилл яңыраҡ Федерация советы ағзалары менән осрашыуҙа кеше сәлә­мәт­леген ҡаҡшатыусы тауарҙарҙы рекламалауҙы закон нигеҙендә тулыһынса тыйырға йәки мөмкин тиклем сикләргә тәҡдим итте.

– Йәмғиәтебеҙҙә наркоманияның һәм эскелектең таралыуы күп ғаиләләрҙе ауыр ҡайғыға һала, – тине ул. – Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман да киң мәғлүмәт сараларында алкоголле продукцияны рекламалау дауам итә, уның өсөн майҙанды арттырырға тырышыу­сылар ҙа бар. Йәнәһе, гәзит һәм журналдарҙы һаҡлап ҡалырға теләйбеҙ, аҡсанан баш тарта алмайбыҙ...
Дин әһеле төрлө наркотик матдәләр­ҙең бүтән атама менән асыҡтан-асыҡ һатылыуы, уларҙы ҡулланған йәштәрҙең артабан көслөрәк ағыуға ынтылыуы хаҡында ла хәбәрҙар булыуын әйтте. “Эскелек һәм наркомания темаһы власты ла, йәмәғәт­селекте лә тәрән уйлан­ды­рырға тейеш, сөнки был афәттәр күп­мелер кешенең һаулығына ғына түгел, ә бөтөн халыҡтың, тотош дәүләтебеҙҙең киләсәгенә һәләкәт менән янай”, – тине патриарх.


Вернуться назад