Закон әҙерләнә. Тәмәкеселәр кеҫәһен ҡапшармы?02.02.2016
Былтыр октябрҙә Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Дорофеев тәмәкегә ҡаршы ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Уның фекеренсә, сигаретты бер ҡапҡа 20-нән күберәк итеп һалып һатыуҙы тыйырға кәрәк. Ил Хөкүмәте яңыраҡ был идеяны хуплаған икән.

Закон проекты авторы билдә­лә­үенсә, тәмәке етештереүсе компаниялар, 25 – 30 сигаретлы ҡап­тар менән сауҙаға сығарып, үҙ продукцияһын халыҡ өсөн үтем­лерәк итә, шул рәүешле дәүләт­тең был ағыуға ҡаршы көрәше һө­ҙөм­тәләрен юҡҡа сыға­ра. Һа­тып алыусылар, күләмдең артты­ры­лыуынан файҙаланып, 10-дан 25 процентҡа тиклем экономия яһай, тимәк, көйрәтеүҙән баш тартыу хаҡында аҙыраҡ уйлана хәҙер.
Былтыр стандартҡа ярашлы булмаған ҡаптағы сигареттар магазин кәштәләрендә өс тапҡырға күбәйгән һәм Рәсәйҙең тәмәке баҙарында 3,6 процент тәшкил иткән. Әйткәндәй, илебеҙҙә был тармаҡ предприятиеларының береһе лә тауарҙы арзанай­тыуҙың яңы ысулына битараф ҡалмаған. Ҙур ҡап эшләп сығарыу менән бигерәк тә “Максим”, “Оптима”, “Ява”, “Донской табак”, “Наша марка”, “More”, “Alliance”, “Next”, “Союз-Apollo”, “Asmoloff” һымаҡ марка­ларҙың хужалары мауыҡты.
Закон проектын хуплау мәсьә­ләһе Финанс, Сәнәғәт һәм сауҙа, Ауыл хужалығы министрлыҡ­та­рында, “Роспотребнадзор”ҙа ла ­ҡа­ралған, ти. Эксперттар баһа­лауынса, яңылыҡ етештереү­селәргә иҡтисади йәһәттән әллә ни ҙур зыян килтермәйәсәк. Тәмәке компаниялары етәксе­ләре араһында хатта 20-шәр сигаретлы ҡаптар һатыуҙы отош­лораҡ тип һанағандар бар. Тартыуын таш­ларға ихтыяры етмә­гән кеше, хаҡты күпме итһәң дә, түләргә ризалаша инде ул.
Депутаттар законға үҙгәреш индерелеү менән тәмәке етеште­реүселәргә талапты көсәйтергә уйлаһа ла, Хөкүмәт бер аҙ көтөп тормаҡсы. Фабрикаларға ҡора­мал­дарын яңыртырға, техник сараларын яңынан көйләргә ваҡыт кәрәк, тиҙәр. Шулай ҙа төп сәбәп – тәмәке компанияларына 25-әр, 30-ар сигаретлы ҡаптарын һатып бөтөргә мөмкинлек биреү. Юғиһә тыйылған тауарҙың “ҡара баҙар”ға сығыуын көт тә тор.


Вернуться назад