Бер һүҙем02.02.2016
Үпкәләттем һине юҡҡа ҡабат,
Холҡом шул бит: артыҡ шаяртам.
Онотор инең бит үпкәңде лә,
Әйтһәм әгәр бер һүҙ: “Яратам…”
Егет, һүҙең йығып, сәмгә тейәм, –
Әллә ниңә шуны онотам.
Ғорурлығың шунда баш булғанда,
Етә бит бер һүҙем: “Яратам…”
Ҡайғырғанда әллә кәрәкмәҫтәй
Һүҙҙәр менән һине йыуатам.
Ә бит уйҙарыңды таратырҙай
Серле һүҙем берәү: “Яратам…”
Ошо һүҙҙең бөйөк ҡөҙрәтенә
Рәхмәт уҡып, үҙем инанам.
Икебеҙҙе бергә бәйләп торған
Мөғжизәле һүҙ ул – “Яратам!”

Әхирәт

Туғандар түгелбеҙ һинең менән,
Башҡа ептәр беҙҙе бәйләгән:
Серҙәше һәм кәңәшсеһе бул,
тип,
Хоҙай миңә һине ебәргән.
Минең күңелемде, уйҙарымды
Һин аңлайһың һәр саҡ
бер һүҙһеҙ.
Гүйә, бер моң беҙҙең йөрәктәрҙә,
Гүйә, беҙҙең йәндәр – бер игеҙ.
Һинең хыялыңа мин ҡушылам,
Ә һин тамамлайһың уйымды.
Аҙашҡанда, яң(ы)лышҡанда
Иҫләтәһең йөрәк йырымды.
Бергә үтер юлдар алда әле,
Янымда бул һәр саҡ, әхирәт.
Яҙмыш еле беҙҙе айырмаһын,
Һәр саҡ иҫлә: миңә һин кәрәк!





Вернуться назад