Ең һыҙғанып... кино төшөрөргә!02.02.2016
Ең һыҙғанып...  кино төшөрөргә! Рәсәй киноһы йылында Айнур Асҡаров ниндәй фильмдар күрһәтер? Былтыр иһә ул тотош республика халҡын үҙенең фәһемле, ғибрәтле йәки мәҙәк фильмдары менән һөйөндөргәйне. Ғөмүмән, хәҙерге кино сәнғәте тигәндә, хәйбуллаларҙың күҙ алдына тап ошо егет килеп баҫа, күп кенә яҡташтарыбыҙ уның кино төшөрөүен ситтән күҙәткән, бәғзеләр ярҙам иткән, кемдер хатта фильмда ҡатнашҡан. Айнур быйыл ниндәй хыял-маҡсаттарын ғәмәлгә ашырмаҡсы, халыҡты күпме фильм менән шатландырмаҡсы... Ошолар хаҡында һүҙ.

– Быйыл киноны камил­лаштырыуға, ошо сәнғәт төрөн үҫтереүгә иғтибар ҙур буласағына шигем юҡ. Шуға күрә ең һыҙғанып эшкә тотонасаҡбыҙ. Маҡсатлы йыл булғанға күрә, байтаҡ фильм халыҡ хөкөмөнә сығарылыр, йөҙөп йөрөп эшләрлек шарттар булыр тип ышанам.
– Башҡортостан тамаша­сыһы йөрәген һин “Еңмеш” тигән ҡыҫҡа метражлы фильм менән яуланың, шикелле. Төп герой Илнур һинең бала саҡ иленәнме? Белеүемсә, үҙеңде лә “еңмеш” тип йөрөт­кәндәр...
– Эйе, фильмда һүрәтлә­неүенсә, беҙ ҙә бала саҡта ауыл халҡы менән кино ҡарарға клубҡа йыйыла торғайныҡ. Шулай уҡ ике йомортҡа тотоп бара инек. Илнур образында минең холоҡ-фиғелем сағылыш тапҡан. Беҙҙең башҡорт ирҙәре борон-борондан саялығы, зирәклеге менән дан тотҡан. Ауыл малайҙары ошо төп геройым кеүек була ла инде – тарымаған ере юҡ, бер нәмәнән дә ҡурҡып ҡалмай, алдына алғанын ҡуймай. Нәҡ шундай егеттәрҙән маҡсаттарын тормошҡа ашырырҙай, илгә таяныс булырҙай улдар үҫеп етә.
– Тимәк, фильмдарың аша һин тама­шасыға ғәмһеҙ бала саҡты ғына түгел, милли булмышты, быуындар күсәгилеш­лелеген еткерергә теләйһең?
– Эйе, “Бал әсеһе” тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильм да Бөрйән районының хозур тәбиғәте генә түгел, иң мөһиме – солоҡсо аҡһа­ҡал тураһында. Етмеште уҙған олатайҙың йәш егеттәрсә йыуан ағасҡа етеҙ үрмәләүе, солоҡсолоҡ серҙәрен күп белеүе, милли аһәңде юғалтмай ауыл ерендә йәйрәп йәшәүе тамашасыны битараф ҡалдырмағандыр. Төрлө төбәк­тәргә ҡыҙыҡлы темаға кино төшөрөргә саҡыралар, әммә мин башланғыс өсөн тыуған еремде һайланым, сөнки йән­төйәгемде яҡшыраҡ беләм, халыҡ миңә үҙ туғанымдай яҡын. Әйтергә кәрәк, эшмә­кәрлегебеҙ даирәһен Башҡортостан менән генә сикләргә йыйынмайбыҙ, сит яҡтарҙан да күңелгә ятҡан, әһәмиәтле фильм төшөрөргә тәҡдим итә ҡалһалар, ризалашасаҡмын.
– Вәзәм ауылында, Ҙур Арыҫ­ланғол (Сик) тауҙары яғын­да тағы бер фильм төшөрөп, район халҡына күрһәтеп кит­кәйнең...
– Ул фильм “Пилорама” тип атала. Вәзәм ауылын һайлауым­дың сәбәбе – тап ошонда миңә оҡшаған таҡта бысыу цехының булыуы. Юғиһә ундай эш урынын башҡа ерҙә күргән юҡ ине. Ауыл халҡы эшебеҙгә ныҡ ярҙам итте, фильмда ҡатнашты. Ғөмүмән, халҡы­быҙҙың ярҙамсыллығына, ихласлығына тағы бер ҡат инандым. Һүҙ генә түгел, рух ярҙамы менән дәртләндерә улар.
– “Пилорама”лағы ҡатын­дың иренә булған кире мөнә­сә­бәтен асыҡтан-асыҡ күр­һә­теүеңде нисек аңларға? Ғөмүмән, был фильм менән та­машасыға нимә әйтергә телә­нең? Маҡсатыңа өлгәшә алдың­мы?
– Сер түгел, фильмда һү­рәтләнгән ҡырыҫ­лыҡ, бер-береңде “игәү”, кешенең яҡшы сифаттарын күрә белмәү кеүек күренештәр байтаҡ ғаиләләрҙә күҙәтелә. Әммә бында әйтергә теләгән һүҙем – ғүмер бер генә бирелә һәм уның ҡайҙа, ҡасан өҙөлөрө билдәһеҙ, шуға ла бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп, яҡшы һүҙҙәр әйтеп, барына шөкөр ҡылып йәшәргә кәрәк! Тамашасы фильмдың маҡсатын еңел аңлағандыр тип уйлайым. Һәм күптәргә ул фәһем, ғибрәт биргәндер тип ышанғы килә.
– Киләсәгеңде нисек күҙал­лайһың? Сит тарафтарға сығып китергә уйың бармы?
– Тәүҙәрәк, ҡайҙа йәшәһәң дә барыбер, тип уйлай торғайным. Әммә хәҙер Рәсәйҙә йәшәргә теләүемде аңланым. Мин – Вата­нымдың патриоты. Ҡайһы ҡалала йәки төбәктә икәнлеге барыбер, иң мөһиме – файҙалы һәм ҡомарлы эш менән шөғөлләнеү.
– Ижад кешеһе булараҡ, һине нимә илһамландыра?
– Тәү сиратта, әлбиттә, ғаиләм – ҡатыным Настя менән ҡыҙым Айлин. Шулай уҡ – хал­ҡыбыҙҙың үткәне, шанлы тарих, рух ныҡлығы. Ғаиләмде декабристарҙыҡы менән сағыш­тырам. Ҡыҙыбыҙҙы өс айлыҡ сағынан үҙебеҙ менән алып йөрөйбөҙ, ҡайһы саҡта ҡо­ролмалар араһында ла ятып йоҡлай торғайны. Хәҙер уға дүрт йәш, һаман да беҙҙең ижади коллектив менән бер сафта. Ҡатыным бар яҡлап та ярҙам итә, рухи терәгем ул. Ғәзиздәрем – етди тамашасым да, тәнҡитсем дә.
– Яңы эш башлаусы режис­серҙарға ниндәй кә­ңәштәр бирер инең?
– Ҡиммәтле камералар һәм компьютерҙар мөһим түгел. Иң тәүҙә хәл-ваҡиғаны бәйән итеү, тамашасыға етке­реү тәртибен булдырыу зарур. Сөн­ки ки­ноның кимәлен тәү сиратта ошо сифаттар билдәләй. Ижади камиллашыуҙан, ғилем эстәүҙән туҡтама­һындар, үҫешһендәр, уңыш­тары менән халҡы­быҙҙы, республиканы ҡыуандыр­һындар, тип теләйем.
“Башкөллө эшкә бирел­һәң, уңыш оҙаҡ көттөр­мә­йәсәк. Тик үҙеңде үҫте­реүҙән иренмәҫкә кәрәк”, – ти Айнур Асҡаров. Ул тор­мошта үҙ юлын табыуына сик­һеҙ шат һәм бейек үрҙәр яуларға әҙер. Шулай була күрһен дә!

Айгизә УЛТРАҠОВА әңгәмәләште.





Вернуться назад