Ҡупшыҡайҙарға теймәгеҙ!29.11.2011
Ҡыш – ҡырыҫ булһа ла, хозур миҙгел. Ергә ҡар ятыу менән күптәр Яңы йыл байрамын көтә. Өй түрендә – ҡупшы шыршы. Декабрь урталарынан шыршы баҙарҙары эшләй башлаясаҡ. Һәр кем үҙенә оҡшаған ҡупшыҡайҙы һайлап алыу мөмкинлегенә эйә. Ләкин арабыҙҙа тыйылған эшкә тотоноусылар – ағасҡа балта күтәреүселәр ҙә бар…
Шуға күрә декабрь урталарынан Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында “Шыршыҡай” операцияһы башлана. Ете урман хужалығының дәүләт инспекторҙары һәм ҡурсаулыҡтың оператив төркөмө ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлаясаҡ, ауылдар, юл буйҙарына патрулгә сығасаҡ.
Ылыҫлы урмандарҙы юҡ итеү тәбиғәткә зыян килтерә. Шул уҡ ваҡытта ағасты бысырға йөрьәт иткән кешенең дә кеҫәһенә һуғасаҡ. Бер метрға тиклемге ағасҡа 5 мең һум штраф түләргә һәм сығымдарҙы ҡапларға тура киләсәк. Ике һәм унан да күберәк ылыҫлы ағасты бысҡан кеше ҡатыраҡ яуапҡа тарттырыласаҡ.
Яңы йыл төнөндә йортоғоҙҙо урман ҡупшыҡайы түгел, ә яһалма шыршы йәки ылыҫлы ағас ботаҡтары биҙәр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Илнур ҺИҘИӘТОВ.
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
белгесе.


Вернуться назад