Ниәтең? Ваҡытың?02.02.2016
Ниәтең? Ваҡытың? Маҡсат бар икән, уны тормошҡа ашырыу өсөн көн һайын бәләкәй генә булһа ла аҙым яһау зарур. Республика йәштәренең ошо йылға ниндәй план ҡороуҙары, “ваҡыт – аҡса” тигән әйтемгә ҡарата мөнәсәбәте хаҡында ҡыҙыҡһындыҡ.


Гөлнәзирә ТОРОМТАЕВА:
– Ғаиләбеҙ ишәйеүен теләйем, үҙемде камиллаштырыу өсөн ныҡ эшләргә, күберәк уҡырға, яңы тел өйрәнә башларға тигән маҡсат билдәләнем. Ваҡыттың ҡәҙерен белергә кәрәктер тип уйлайым.




Ниәтең? Ваҡытың?Альбина ФӘТҠУЛЛИНА:
– Яңы йылды ауырып ҡаршы алғанға күрә, һаулыҡты нығытырға кәрәк тигән маҡсат ҡуйҙым. Шулай уҡ күберәк сәйәхәт итеүҙе лә күҙ уңында тотам. Ваҡытыңды әрәм-шәрәм итһәң, күп нәмәне юғалтаһың.




Ниәтең? Ваҡытың?Динис ӘБДРӘХИМОВ:
– Былтырғы менән сағыштырғанда, быйылға пландар күпкә тығыҙыраҡ һәм дәррәүерәк. Башҡарыласаҡ эштәрҙең, үтәләһе ғәмәлдәрҙең, барасаҡ урындарҙың яҡынса ваҡытын билдәләп, махсус исемлек төҙөнөм. Һәммәһен дә имен генә атҡарып сығырға ине. Ваҡыт – иң ҡиммәтле нәмә, уны бушҡа сарыф итеү ныҡ үкендерә аҙаҡ.



Ниәтең? Ваҡытың?Әлфиә ХАММАТОВА:
– Артабан да ихласлап ижад итергә, яңы коллекция тегергә, шулай уҡ Башҡортостаныбыҙҙың берәй матур төбәгенә сәфәр ҡылырға ине.
Тормоштоң тиҙлеге көндән-көн үҫә, ваҡыт етмәй ҙә һымаҡ. Тәүлекте бер нисә сәғәткә арттырып булһа икән, тип хыялланып та алам. Бер минутты ла заяға үткәрмәҫкә тырышам.




Ниәтең? Ваҡытың?Яҙгөл ИШКИНИНА:
– Яңы йортҡа күсеп, ғаиләбеҙҙе йылыға, һөйөүгә сорнап, мохтажлыҡ кисермәй йәшәүҙе маҡсат иттем. “Ваҡыт – аҡса” тигән әйтемде тормоштоң төрлө ваҡытында төрлөсә аңлатырға була, минеңсә. Мәҫәлән, әле декрет ялындамын һәм, ошонан файҙаланып, яңы телдәр өйрәнеү, фәнни әҙәбиәт уҡыу мөмкинлеге тыуҙы. Берәй сит тел өйрәнгән булһам, килемле эш табылыр ине, бәлки. Участка табибы булып эшләгәндә, шуны аныҡ белдем: “саҡырыу”ға күберәк барһам, хеҙмәт хаҡым арта торғайны.



Ниәтең? Ваҡытың?Зөбәржәт ӘМИНЕВА:
– Маҡсаттарым төрлө өлкәне үҙ эсенә ала: шәхси тормош, эште, ялды дөрөҫ итеп ойоштороу, сәләмәтлекте нығытыу, рухи донъяны байытыу, яңы өлкәләрҙе өйрәнеү һ.б. Йыл да­уа­мында барыһын да тормошҡа ашырасаҡмын, Аллаһ бирһә.
Минең өсөн ваҡыт – иң ҡиммәтле ресурс. Тормошта бөтә нәмә өсөн хаҡ түләп өйрәнгәнбеҙ, һәр әйберҙең – үҙ ҡиммәте. Ә ваҡыт, бушлай бирелһә лә, аҡҡан һайын ҡәҙерлерәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә көнөн бушҡа сарыф иткәндәр байтаҡ. Аҡсаны нисек ҡәҙерләп тотонабыҙ, сәғәт-минуттарҙы ла шул тиклем файҙалыраҡ итеп үткәрергә тырышыр кәрәк: ваҡытында белем алырға, эштә үҫешергә, ғаилә ҡорорға һ.б. Сит илдәрҙә, мәҫәлән, кеше күпме эшләй, шунса хеҙмәт хаҡы ала, шуға ла һәр минуты өсөн янып тора. Беҙҙә, ғәҙәттә, эш хаҡы алдан билдәләнгән була, шуға ҡайһы берҙәр ай аҙағынаса бушты-юҡҡа ауҙарып, тейешле хаҡын алырға күнеккән. Был – насар күренеш. Ваҡыт үҙ мәлендә генә ҡәҙерле.


Вернуться назад