Хаҡлыҡ даулау юлында02.02.2016
Хаҡлыҡ  даулау юлында “Көнгәк” гәзите редакция­һына берәүҙәр хәл-әхүәл белешеү, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткереү, икенселәр фекер алышыу өсөн килһә, өсөнсөләр эшебеҙҙе хуплау, кәңәш биреү ниәтендә аяҡ баҫа. Әлбиттә, барыһына ла шатбыҙ. Һуңғылары – айырыу­са көтөп алынған ҡунаҡ. Араларында Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Юнир Кинйәбаев та бар.

Киң күңелле, асыҡ йөҙлө кеше ул. Баҫмабыҙҙа донъя күргән яҙма­ларға баһа бирә, гәзиттәге мәғлү­мәттең халыҡҡа йоғонтоһон арттырыу, йөкмәткене байытыу буйынса аҡыллы кәңәш­тә­рен еткерә. “Баш­ҡортостан“ гәзите редакцияһында 30 йылдан ашыу эшләп, уҡымлы мәҡәләләре, үткер ҡәләме менән танылған тәжрибәле журналистың һәр һүҙе ҡиммәт һәм ҡәҙерле. Юнир Сәмиғулла улы беҙгә проблемаларҙы күрһәтеп кенә ҡалмай, уларҙан сығыу юлдарын да өйрәтә. Башҡорт халҡында күнегелгәнсә, хөрмәтләү һәм ололау йөҙөнән уға “ағай” тип өндәшәбеҙ.
Тормошта һәр кем яҙмыш тарафынан бил­дәләнгән бурысын үтәй. Юнир Кинйәбаевтың, уҡытыусы һөнәрен үҙләштерһә лә, журналистикаға килеүе осраҡлы түгелдер. Йәмғиәттәге етешһеҙ­лектәргә ҡаршы һүҙ көсө менән көрәшергә тура килә уға. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала. Дипломлы йәш белгесте Бөрйән районының Аҫҡар мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Уҡытыусы төп хеҙмәтенән бушаған арала күңелендә тыуған уй-фекерен ҡағыҙға теркәп, яҙмаларын “Совет Башҡортостаны” гәзитенә ебәрә башлай. Ҡыйыу фекерҙәре халыҡтың күңелен яулай, тәҡдимдәре яҡлау таба.
Бер аҙҙан Юнир Кинйәбаевҡа редакция коллективы менән танышыу насип итә. Оҫталығы, фекер тослоғо менән һоҡландырған авторҙың йәш булыуына ғәжәпләнәләр. Осрашыуҙан һуң бер йыл үткәс, егет “Совет Башҡортостаны” гәзитенең Мәләүез, Федоровка, Күмертау, Күгәрсен һәм Ейәнсура район­дары буйынса үҙ хәбәрсе итеп эшкә тәғәйенләнә.
Журналист хеҙмәтенә башкөллө сума Юнир Сәмиғулла улы. Йәштән ауырлыҡтар аша үтеп сыныҡҡан, яуаплы, тырыш егет, үҙе әйтмешләй, йүгереклеген эшкә егеп, көньяҡ төбәктәге мөһим хәл-ваҡиғаларҙы даими яҡтырта башлай. Көнүҙәк мәсьәләләр буйынса төплө мәғлүмәт туплай, уларҙы анализлай, проблеманан сығыу юлдарын күрһәтә, ойошма-предприятиеларҙың эшмәкәрлеген өйрәнә, төпкөл ауылдарға һуҡмаҡ һала… Байтаҡ ваҡыт үткәс, башҡарылған эштәрен йомғаҡлап, “Оҙон юлдар, хәтирәле йылдар” тигән китап әҙерләп сығара. Унда ғүмеренең тынғыһыҙ осорон шулай тип баһалай: “Утыҙ йылға яҡын республикабыҙҙың олпат, абруйлы һәм мәртәбәле матбуғат баҫмаһы “Башҡортостан”да үҙ хәбәрсе булыу осоро (үтә лә ауыр, яуаплы һөнәр булыуға ҡарамаҫтан) – тормошомдоң бәхетле мәлдәре, күңелем рухи яҡтан үҫкән, байыған миҙгелдәр. Бөтә хеҙмәт юлым, ихлас, эскерһеҙ эшем әлеге һөнәргә бағышланды”. Тормош үрҙәрен барлағанда шундай ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ кисергән ир-уҙаман, һис шикһеҙ, бәхетле. Ул тырыш хеҙмәте аша кешеләргә, илгә файҙа килтергән, шул уҡ ваҡытта балаларына – һөйөклө атай, ҡатыны Сәкинә Әсхәт ҡыҙына ышаныслы тормош юлдашы булыуға өлгәшкән.
Тәжрибәле журналист ғәҙәти, ябай күренештәрҙе лә уҡыусыға йәнле, мауыҡтырғыс итеп еткереү һәләтенә эйә. Быны дәлилләү өсөн бер генә мәҡәләһенә туҡталып үтәйек. “Тәгәрмәстәр, ай, тәгәрләй, ғүмерҙәрҙе йәлләмәй…” тип атала ул. Бында бөтөн ғүмерен водитель һөнәренә бағыш­лаған ауыл кешеһе, аҡыл туплап, донъяның ағышына-айышына төшөнөп олоғайған зат, ир-уҙаман тураһында һүҙ бара. Автор фәлсәфәүи фекерҙәр аша ябай ауыл хеҙмәтсәненең эшен, йәшәйешен мауыҡтырғыс, уҡымлы итеп һүрәтләүгә өлгәшә. Үҙенә генә хас алымдар менән уҡыусының белем даирәһен киңәйтә, рухи донъяһын байыта.
Минеңсә, Юнир Кинйәбаевтың халыҡ араһында абруй ҡаҙаныуының сере – һәр хәл-ваҡиғаны, күренеште төбөнә тиклем өйрәнеп, аңларға тырышыуҙа, дөрөҫ баһа биреүгә ынтылыуҙа, уй-фекерен фәлсәфәүи ағышҡа көйләп, халыҡсан итеп аңлата алыуҙа. Ә тел байлығының нигеҙе билдәле: ижадсы Федоровка районының Юлдаш ауылында шиғри күңелле яҡындары, һүҙгә маһир кешеләр араһында буй еткергән. Ҡаныш, Имәнғол, Тиләгәҙе йылға­ларында һыу ҡойонған, бәләкәйҙән өлкәндәр менән бергә көтөү көткән, бесән сапҡан… Эшһөйәрлек, ғәҙеллек, тура һүҙлелек, ныҡыш­ма­лылыҡ, белемгә ынтылыш, намыҫлылыҡ, ихласлыҡ, күҙәтеүсәнлек кеүек сифаттарының инеше лә – тыуған ерендә.
Өс тиҫтәнән ашыу йыл дауамында журналистың ғәҙел тәнҡите, ҡыйыу фекерҙәре, эшлекле тәҡ­димдәре күптәргә ярҙамлаша, етәкселәрҙе халыҡ фекере менән иҫәпләшергә мәжбүр итә, бәғзеләрҙе хата аҙымдан, яңылышыуҙан йолоп ҡала. Райондың “Көнгәк” гәзите асылғанда иһә Юнир Сәмиғулла улының матбуғаттағы бай тәжрибәһе ифрат ҙур ярҙам була. Остаздың редакцияны аяҡҡа баҫтырыу, нығытыу осорондағы ярҙамы, төплө кәңәштәре баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн дә уның хәстәрен тойоп йәшәйбеҙ.





Вернуться назад