Ер еләктәре бешер, өҙөп ҡабырға үҙең булмаҫһың...02.02.2016
Ер еләктәре бешер, өҙөп ҡабырға үҙең булмаҫһың... Был тормошта ҡыҙыҡлы, йәшәгән һайын ғәжәпләндерерлек мәлдәр күп булыуы берсә таң ҡалдыра, берсә уйландыра. Популяр йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхова менән күрше генә йорттарҙа йәшәгәнбеҙ. Әммә уны бер ҙә яҡындан күргәнем булманы, осрашырға тура килмәне, концерттарҙа ла сығыштарын ҡарарға насип итмәне. Өфөнө, ҙур бер ауыл, тиҙәр, әммә Аллаһ Тәғәлә әмер бирмәһә, кешеләр йәнәшәнән үтеп китһә лә, уны күрмәйһеңдер.

27 ғинуар көндө эштән ҡайтып, коридорҙа торған шкафтан бәрәңге алырға үрелеүем булды, консьерж Сәкинә апай: “Вәсиләне алып ҡайт­ҡандар, кереп күрмәй­һеңме?” – тигәйне, саҡ йы­ғылып китмәнем. Баҡтиһәң, ут күршеләр булып йәшә­гәнбеҙ икән: ҡала йорттары бер-бере­һенә терәлеп кенә ултыра. Эйе, рулдә китеп барғанын күр­гәнем булды бер-ике тапҡыр уның, ошо яҡҡа ҡунаҡҡа киләлер, тип уйланым да ҡуйҙым. Йәйәү йөрө­гәндәрҙең – үҙ юлы, машина­ла­ғыларҙың – үҙене­ке. Тиҙ генә кейендем дә, тунды эләктереп тә тормай, хушлашырға йүгереп индем.
Тимер юл вокзалы яғында беҙҙең фатирҙар. Яңы йорт­тоң унынсы ҡатынан Өфөнөң бөтә күркәмлеге күренә. Ә фатирҙың матурлығы, заманса йыһазланды­рылыуы, уңай­лылығы килеп инеү менән күҙгә салына. Бик бай, етеш йәшәгән икән Вәсилә. Юҡҡа ғына хушлашырға килгән артистар, сәнғәт әһелдәре ире Илгизгә оло рәхмәтен еткермәгәндер. Туғыҙ йә­шендә атайһыҙ, ун туғыҙҙа әсәйһеҙ ҡалған ҡыҙҙы иренең ғаиләһе ки­ленлектән бигерәк ҡыҙылай күреп ҡабул итте, тинеләр. Ҡарап үҫтергән һеңлеһе лә буй еткергәс һис көтмәгәндә яҡты донъя менән хушлаш­ҡан. Туғандары ла бик күп булған Вәсиләнең: фатир тулы ине улар. Башынан, иңдәренән һыйпап илайҙар, Аллаһ Тәғәлә ғаи­ләһенә лә, яҡындарына ла сабырлыҡ насип итһен инде. Әллә ниҙәргә өйрәнеп булғанда ла, үлемгә күнеүе ифрат ауыр шул. Бигерәк тә йәш кешеләрҙең китеүе йөрәк­тәрҙе әрнетә. Бар булмышынан нәзәкәтлелек, ҡатын-ҡыҙ асылы бөркөлөп торған Вәсиләгә әсәй булыу ҙа ҡалай килешә ине. Улына – туған, үҙенә әхирәт булыр, тип көткәндер улар тыуасаҡ сабыйын.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармо­нияһына ла йырсы Вәсилә Фәттәхова менән хушла­шырға халыҡ бик күп кил­гәйне. Энә төртөр урын юҡ. Ҡыштың сатлама һыуығында рауза, ҡәнәфер, хризантема гөл­ләмәләре тотоп ашыҡ­тылар бында. Башҡорт­остандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова: “Йәш талант балҡып һүнде, әммә йыры күңелдәрҙә мәңге йәшәр”, – тине. Ул шулай уҡ уҙған октябрь айында ғына йырсының “Баш­ҡортос­тан­дың атҡаҙанған артисы” исеменә лайыҡ булыуы тураһында иҫкә төшөрҙө. Әйткәндәй, йыл аҙағында уға шулай уҡ “Татарстандың атҡаҙанған артисы” исеме лә бирелгән булған. Шуныһы үкенес: Вәсилә был исем­дәрҙең сәхнәлә иғлан ител­гәнен бер тапҡыр ҙа ишетмәй күҙҙәрен мәңге­леккә йомдо. “Радус” продюсерлыҡ үҙәге етәксеһе Радмир Усаев был хәлде төҙәтергә теләп, хушлашыу мәлендә Вәси­ләне алған наградалары менән иғлан итте. Күҙ йәштәре аша ҡул сапты тотош филармония... Рәсәй Дәүләт Дума­һының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урын­баҫары, депутат Зөһрә Рәх­мәтул­линаның, Татарстан­дың мәҙәниәт министры Айрат Сибәғәтуллиндың ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары ла уҡып ишеттерелде. Сәхнә­ләш дуҫтары, төрлө өлкәлә эшләгән замандаштарыбыҙ йыр­сыға төбәп йөрәк һүҙҙәрен еткерҙе. БЮТ каналындағы билдәле журналист Янис Рамаҙановтың Вәсилә Фәттә­хова менән һуңғы әңгәмәһен дә рәхмәт әйтеп хәтерләне йы­йылған халыҡ. Күптәр “Ни өсөн?”, “Ниңә ул?” тигән һорауҙар менән берсә залда­ғы­ларға, берсә Күктәргә мөрәжәғәт итте. Уныһы инде бер Аллаһ Тә­ғәләгә генә мәғлүм.
Ошо көндәрҙә башҡорт телерадио каналдарының барыһы ла Вәсилә Фәт­тәхованың сығыштарын туп­лап, концерттар бирҙе. Шунда “Яңғыҙ миләш” йырына яңынан иғтибар иттем. Унда шундай юлдар бар:
Ҡышҡы урман аша юлым,
Тирә-яғым тып-тыныс.
Тантаналы тыныслыҡта
Артта ғына ҡурҡыныс.

Күҙем төштө бер ергә,
Туҡта, унда кем тора?
Туңған донъя уртаһында
Яңғыҙ миләш ултыра.
Һүҙ көсө, уның ҡөҙрәте тура­һында күп яҙабыҙ, йыш һөйләйбеҙ. Вәсиләнең йырҙарҙы ентекле өйрәнеп, ши­ғыр­ҙарҙы ҡабат-ҡабат уҡып, һайлап ала торған холҡо бул­ған. Бына ошондай юлдар күңеленә инеп оялаған кешенең яҙмышы йырҙарында сағылма­нымы икән, тип уйландым йәшләй анау хәтлем ҡайғылар кисереп тә һынмаған, әммә моңло, һағышлы яҙмышлы Вәсилә Фәттәхова хаҡында. Ошо уҡ йырҙың клибында туңған донъя уртаһында яңғыҙы тороп ҡалған фәрештә кеүек ап-аҡ кейемле йәш ҡатын, уңлы-һуллы һуғылып та, ярҙам таба алмай, күктәргә осоп китә. Тормошта ла шулайыраҡ булды түгелме һуң: ҡыҙын донъяға тыуҙырып, үҙ ҡулдарына алып һөйә алмай ҡалған әсәне әле бер, әле икенсе дауаханаға күсереп, был донъя­лыҡтан ебәрмәҫкә тырышып ҡарай­ҙар, тик килеп сыҡмай...
“Ҡыҙ бала тыуғас та ята
Ҡайғы мендәр­ҙәренә”,
тип йырлағанда нимәләр кисерҙең икән, Вәсилә?! Күктәрҙең – үҙ ҡануны. Балаларын аяҡҡа баҫты­рырға Илгизгә, уның ата-әсәһенә Хоҙай ярҙам итһен!
Нимә генә тимә, Вәси­ләнең йыры ҡалды. Ҡабат­ланмаҫ тауышы, моңо ҡалды. “Тыуған яҡ” менән иһә ул тыуған яғыбыҙға мәҙхиә йырлап ҡына ҡал­ма­ны, ә милли йыр сәнғәтен киңерәк май­ҙан­дарға алып сыҡты. Бер кем менән дә бутап булмаған тауышты милләттәш­тәребеҙ йәшә­гән һәр төбәктә та­ныйҙар. “Был ҡыҙ сығышы менән Башҡорт­ос­тандан, был – Вәсилә Фәттәхова”, – тиҙәр!..

* * *
Мин күрешеп белмәгәндәр,
Ғүмерҙә күрмәгәндәр
Үҙем белмәҫ хистәр менән
Йөрәкте йүрмәгәндәр!

Миңә ғәзиз тойғоларҙы
Әйткән өсөн йыр аша,
Беҙҙең уртаҡ кисерештәр
Йыһандарға тоташа.

Отоп алам тиеп йырын,
Эй, эҙләнем һүҙҙәрен.
Тауыштағы моң – Хоҙайҙан!
Иланым мин... Түҙмәнем...

Күңелдәргә ингәс ауаз,
Дауамын көттө асыл.
Аҙаштымы йыр буранда?
Юл яҙлыҡтырҙы фасыл.

Мин күрешеп белмәгәндәр
Осто тыуған еренән.
Һайрар әле был һандуғас
Фирҙәүестәр иленән.




Вернуться назад