Р. Н. Ғимаев02.02.2016
Р. Н. Ғимаев2016 йылдың 30 ғинуарында күренекле ғалим, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, һөнәри белем биреүҙе ойоштороусы Рәғиб Насретдин улы Ғимаев 82-се йәшендә вафат булды.
Р.Н. Ғимаев 1935 йылдың 1 ғинуарында Ҡыйғы райо­нының Ибрай ауылында тыуа. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө нефть институтын тамам­ла­ғандан һуң 1958 йылда Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында башлай. 1966 йылда кан­дидатлыҡ диссертацияһын яҡ­лағас, үҙе тамамлаған уҡыу йортона эшкә күсә. Бында ул өлкән уҡытыусынан нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдиренә, артабан технология факультеты деканына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 1977 йылда техник фәндәр докторы була, тағы ла бер йылдан профессор дәрәжәһен ала.
1981 йылда Рәғиб Насретдин улы Башҡорт дәүләт университеты ректоры итеп һайлана, бер үк ваҡытта ошо уҡыу йортоноң аналитик химия һәм дөйөм химия технологияһы кафедраһына етәкселек итә. Ошо вазифала ике тиҫтә йылдан ашыу эшләп, ул республикалағы юғары мәктәптең матди-техник, фәнни-методик һәм кадрҙар базаһын нығытыуға ғәйәт ҙур өлөш индерә. 2003 йылдан бирле – БДУ ректоры советнигы.
Р.Н. Ғимаев – нефтте һәм газды химик эшкәртеү өлкәһендә исеме донъяла танылыу яулаған белгес, нефть сеймалы нигеҙендә углеродлы материалдар алыу буйынса ғилми мәктәпте ойоштороусы. Ул тәҡдим иткән технологиялар Өфөләге нефть эшкәртеү заводтарында, элекке СССР-ҙың бик күп предприятиеларында файҙаланыла. Рәғиб Насретдин улы – 150-нән ашыу патент һәм уйлап табыу, 300 ғилми хеҙмәт авто­ры, докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советтары етәксеһе. Уҡыу­сылары араһында техник фән кандидаттары, докторҙары тиҫтәләрсә.
Рәғиб Ғимаев – Башҡортостандың Фәндәр академияһын ойоштороусыларҙың береһе. Ул Академияның вице-президенты, президиум ағзаһы булды, химия буйынса эксперт советына етәкселек итте.
Рәғиб Ғимаев төрлө йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Президент Советы, Рәсәй Ректорҙар союзы идараһы составына инде, Башҡортостандың Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советына етәкселек итте, Башҡорт АССР-ының унынсы һәм ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы, Рәсәй Федерацияһының өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланды.
Р.Н. Ғимаевтың күп йыллыҡ һөҙөмтәле ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге юғары баһа алды. Ул Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Халыҡтар дуҫлығы ордены, бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы, Юғары мәктәп отличнигы, СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы, Рәсәйҙең почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре. 2003 йылда Р.Н. Ғимаев Алыҫ Төньяҡ шарттарында газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү технологияһын эшләгәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты булды.
Һоҡланғыс кеше, юғары профессионал һәм талантлы ғалим Рәғиб Насретдин улы Ғимаев хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ, С.А. МОЛЧАНОВ, С.Т. СӘҒИТОВ, Г.Р. ШАФИҠОВА, И.И. ЯЛАЛОВ, Р.Х. ХАРИСОВ, Ә.С. ҒАЯЗОВ, У.М. ДЖЕМИЛЕВ, Н.Д. МОРОЗКИН, Р.Н. БӘХТИЗИН, Р.М. ӘСӘҘУЛЛИН, В.М. ШӘРИПОВ.


Вернуться назад