Атайлыҡты экспертизаһыҙ билдәләп буламы?02.02.2016
“Апайым — яңғыҙ әсә, ҡыҙына быйыл 7 йәш тула. Әлегә тиклем баланың атаһынан ярҙам һорамай, уны үҙем генә тәрбиәләйем, тип килде. Быйыл һеңлем 1-се класҡа бара, тимәк, сығымдар ҙа күбәйә. Ошо уңайҙан баланың атаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, ул: “Бала минеке түгел”, — тип ҡырт киҫкән һәм апайымды төрлөсә битәрләгән. Атайлыҡты иҫбат итеү өсөн судҡа бирәм, тигәс: “Бир әйҙә. Барыбер унда бармаясаҡмын, тимәк, минән алимент та түләтә алмаясаҡһың”, – тип яуап биргән. Был ысынлап та шулаймы? Әгәр ҙә ир кеше судҡа барыуҙан йәки экспертиза үтеүҙән баш тартһа, уның атайлығын башҡа төрлө юл менән билдәләп буламы? Әгәр була икән, үткән йылдар өсөн дә алимент түләтергә мөмкинме?”
Гүзәл.

Рәсәй Ғаилә кодексының 49-сы статьяһына ярашлы, әгәр никахта тормаған ата-әсәнең балаһы тыуһа һәм ир кеше уны таныуҙан баш тартһа, мәсьәлә суд аша хәл ителә. Шуға ла тәү сиратта баланың әсәһе йәки опекуны судҡа ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш. Был осраҡта суд баланың сығышын күрһәтеүсе бөтә дәлилдәрҙе лә ҡабул итә. Судҡа әҙерләнгәндә һәм уның барышында баланың сығышын тулыһынса иҫбатлау өсөн йәки яҡтарҙың һорауы буйынса экспертиза билдәләнеүе ихтимал.
Дәлилдәрҙең күплеге судҡа ғәҙел ҡарар сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Шуныһы ла мөһим: иҫбатлауҙарҙың үҙҙәре генә суд өсөн алдан билдәләнеүе ниндәйҙер көскә эйә түгел. Әгәр ҙә атай йәки әсәй кеше тәғәйенләнгән экспертизанан баш тарта икән, Рәсәй Граждандар процессуаль кодексының 79-сы статьяһындағы 3-сө өлөш нигеҙендә суд тупланған иҫбатлауҙар, шаһиттар белдереүенә таянып, шулай уҡ был эштә махсус тикшереүҙең мөһимлеген күҙ уңында тотоп, атайлыҡ фактын таныу һәм кире ҡағыу хоҡуғына эйә. Ә инде атай кеше ғәфү ителмәҫлек сәбәптәр менән судҡа килмәһә һәм экспертизанан баш тартһа, был юридик мәсьәләнең элеккесә сиселешһеҙ ҡаласағын йәки бары тик ир кеше файҙаһына ғына хәл ителәсәген аңлатмай әле. Киреһенсә, был осраҡта суд ҡарарының бала файҙаһына хәл ителәсәгенә өмөт ҙур.
Алимент юллауға килгәндә, баланың атаһы билдәләнеү менән уның үҙ балаһы алдында йөкләмәләре лә тыуа. Ғәҙәттә, алимент судҡа мөрәжәғәт иткән көндән алып түләнә башлай. Алимент түләргә бурыслы кешенең, үҙ ата-әсәлек бурыстарын белә тороп та, унан баш тартыуы судта билдәләнһә, уҙған өс йыл өсөн дә унан бурыстарын ҡаплатыуҙары ихтимал. Ир йәки ҡатындың ата-әсәлек бурысы рәсми күрһәтелгәс кенә, уларҙан алимент түләтеү хоҡуғы тыуа. Был осраҡта, хаттан күренеүенсә, алдағы йылдар өсөн алимент түләтеү мөмкин түгел, сөнки ир кешенең атайлыҡ хоҡуғы рәсми рәүештә әлегә теркәлмәгән.


Вернуться назад