Һаҡланғанды һаҡлармын02.02.2016
 Һаҡланғанды һаҡлармын Тормошобоҙға банк карталары көндән-көн ныҡлап инә. Хәҙер йәштәргә генә түгел, ә оло быуын вәкилдәренә лә уның менән эш итергә тура килә. Ни хәл итәһең, заман талабы.

Карталарҙың төрлөһө бар. Уларҙың иң ныҡ таралғаны — банк картаһы. Хәҙер хеҙмәт хаҡы эш урынындағы кассанан бирелмәй, ә банк аша кешенең иҫәбенә күсерелә. Карта клиентҡа банктағы аҡсаһын алыу ғына түгел, кредиттар буйынса, коммуналь хеҙмәттәр, кеҫә телефоны өсөн түләүҙәрҙе күсереү мөмкинлеге лә тыуҙыра.
Карта алыу өсөн банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда һеҙҙең менән килешеү төҙөп, иҫәп асалар. Бер нисә көндән картағыҙ әҙер була. Банк картаһында уны алыусы тураһында мәғлүмәт күрһәтелә, ПИН-код бирелә.
Карта һайлағанда банктың иҫәп-хисап селтәрҙәрен, банкоматтар һанын, түләү карталарын ҡулланған сауҙа һәм сервис нөктәләрен иҫәпкә алыу ҙа мөһим.
Банкоматтан ҡулаҡса алған өсөн иҫәптән күпмелер процент тотоп алып ҡалыуҙары мөмкин. Был түләү банктың тарифтарында күрһәтелергә тейеш. Икенсе финанс ойошмаһына ҡараған банкоматтан йәки ошо уҡ банктың сит төбәктәге банкоматынан аҡса алғанда комиссия тотола.
Банк хеҙмәткәре картаны һеҙгә тапшырғанда файҙаланыу ҡағи­ҙәләрен дә аңлата. Түбәндәге­ләрҙе иҫтә тотоу мотлаҡ:
1) картаны почта аша ебәреүгә һәм телефон аша ғәмәлгә ин­дереүгә ризалыҡ бирмәгеҙ;
2) карта артына ҡултамғағыҙҙы паспорттағыға оҡшатып ҡуйығыҙ;
3) картаның һанын һәм ПИН-кодын бер кемгә лә әйтмәгеҙ; Пин-кодты хәтерҙә тотоғоҙ, ул яҙылған ҡағыҙҙы карта менән бергә алып йөрөмәгеҙ.
4) Карта буйынса тормошҡа ашы­рылған операциялар тура­һында SMS-хәбәр ебәреүҙәрен һорарға кәрәк;
5) иҫәп торошон даими күҙәтеп барығыҙ;
6) иҫәбендә аҡса бөтһә, кредит алыу өсөн банк менән килешеүҙе айырым төҙөгөҙ;
7) карта һанын күрһәткән чекты, билетты һәм башҡа документты оҙаҡ һаҡламағыҙ;
8) берәүгә лә банктағы иҫәбегеҙ менән таныштырыу өсөн паролде әйтмәгеҙ;
9) банк картаһын сит кешегә бирмәгеҙ, сөнки улар картаны ҡулланғанда ебәргән етешһеҙ­лектәр өсөн һеҙ яуап бирәсәкһегеҙ;
10) телефон йәки Интернет аша тауарға заказ биргәндә ПИН-код ҡулланмағыҙ;
11) картаны юғалтһағыҙ йәки урлатһағыҙ, ҡағиҙәләрҙә йәки клиент иҫкәртмәһендә күрһәтелгән ”пароль” һүҙен әйтеп, тиҙ арала уны ғәмәлдән сығарығыҙ;
12) карта менән иҫәпләшкән ерҙә уны онотоп ҡалдырмағыҙ;
13) картаны тығыр алдынан банкоматта элек күҙәтелмәгән сит ҡулайламалар булмауын ныҡлап ҡарағыҙ;
14) аҡсаны йәки картаны тартып алғанда йылдам булырға кәрәк, сөнки 30 секунд үтеү менән банкомат уларҙы кире ”йотасаҡ”;
15) хәүефһеҙ урындарҙа ҡу­йылған банкоматтарҙан фай­ҙаланырға тырышығыҙ;
16) банкомат ҡуйылған ергә үтеү өсөн ПИН-код һораған ҡулайламаларҙы файҙаланмағыҙ;
17) карта ”йотолһа” йәки аҡса сыҡмаһа, был хаҡта банкоматта күрһәтелгән мәғлүмәт-белешмә хеҙмәтенә белдерегеҙ һәм банкка яҙма ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ;
18) карта ярҙамында банкомат аша кредит түләйһегеҙ икән, был эште 1-2 көнгә алдараҡ үтәгеҙ;
19) банк картаһын ҡулланып касса аша кредит түләгәндә үҙегеҙ менән паспорт алырға онотмағыҙ;
20) иҫәпләшеү сараһы сифатында карта ҡулланыуға өҫтөнлөк бирегеҙ;
21) терминал аша тауар һәм хеҙмәт өсөн карта ярҙамында иҫәпләшкәндә дисплейҙағы һан­дың әйбер (хеҙмәт) хаҡына тап килеүен асыҡлағыҙ. Хаталар булһа, кисекмәҫтән администра­торға мөрәжәғәт итегеҙ, банкка шылтыратығыҙ;
22) сауҙа-сервис предприятиеларында тауар һәм хеҙмәт өсөн түләгәндә үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаусы документ алығыҙ; чектағы ҡултамғағыҙ карталағыға тап килергә, касса аппараты һәм POS-терминал биргән ике чектағы аҡса күләме бер үк булырға тейеш;
23) картаның һул яғындағы һаҡлағыс таҫмаға зыян килһә, уны ҡабул итмәйәсәктәр;
24) ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә картала һәм килешеүҙә күрһәтелгән телефондарға шылтыратығыҙ йәки банк офисына мөрәжәғәт итегеҙ;
25) Интернет-магазиндарҙан тауар һатып алғанда банк кар­таһын файҙаланмаҫҡа кәңәш ителә. Бының өсөн банк һеҙгә “виртуаль карта” аса ала.




Вернуться назад