Бер яғылған усаҡ һүнмәһен29.01.2016
– Өйләнешеүебеҙгә ун йылдан ашыу ваҡыт үтте. Мөнәсәбәтебеҙ тағы ла нығынһын өсөн йәнә бер ҡат никах уҡытырға мөмкинме, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ә. ҠОРМАНОВ.
Өфө районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән яратылған Әҙәм ғәләйһис-сәләм, йәшәү өсөн барлыҡ мөмкинлеккә эйә булып, ризыҡ тулы йәннәттә көн итһә лә, толҡа таба алмаған. Шул саҡта Раббыбыҙ анабыҙ Һауаны булдырған. Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең күңеле хушланған, һөҙөмтәлә ир менән ҡатын араһында мөхәббәткә нигеҙ һалынған. Ошо һөйөүгә ярашлы, әл-хәмдү лил-ләһ, ғаилә ҡороу ғәмәле бар. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, мөхәббәт – Аллаһ Тәғәләнең тереклеккә ебәргән ҙур бүләге. Ул – Раббыбыҙҙың барлығына һәм берлегенә дәлил.
Мөхәббәттең мөғжизәгә тиңдәре бар. Мәҫәлән, Йософ менән Зөләйха, Ләйлә һәм Мәжнүн араһындағы яратыуҙың көсөнә хайран ҡалмалы. Дөйөм алғанда, әҙәбиәт, сәнғәт саф һөйөүгә нигеҙләнгән. Был хаҡтағы ижад өлгөләре бер ҡасан да ялҡытмай, киреһенсә, күңелдәге яҡты хистәрҙе арттыра ғына.
Ислам ҡанундарына ярашлы, ике енес вәкилдәре араһындағы мөнәсәбәт мотлаҡ рәсмиләштерелергә тейеш. “Никах – сөннәтем. Кем дә кем унан ситкә китһә, минең өммәтемдән булмаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Никах ваҡытлыса түгел, ә ғүмерлеккә уҡыла.
Һуңғы ваҡыттарҙа иһә төрлө урындарҙа уны яңыртыу ғәҙәткә инеп китте. Был ғөрөф-ғәҙәт асылы Исламға тап килмәй. Шулай ҙа, әгәр ҙә ки динебеҙгә зарар килтермәй икән, теләгәндәр был сараны үткәрә ала. Әлеге күренеш туйға ла ҡағыла. Тантананың ситса, ҡағыҙ, ағас, көмөш, алтын һәм башҡа йыллыҡтарын үткәрәләр. Был – фәҡәт ғөрөф-ғәҙәт.
Динебеҙ ҡанундарына ярашлы, тәүге никахыбыҙҙы һаҡлап йәшәһәк, хаҡ булыр, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ә мөнәсәбәттәрҙең ныҡлығы бер-береңә көндәлек иғтибарҙан, ихтирамдан ғибәрәт. Шулай булғанда, иншаллаһ, тормош алға барыр, башҡарған эш татлы емешен бирер. Әгәр инде ир менән ҡатын араһында һалҡынлыҡ барлыҡҡа килһә, күркәм мөнәсәбәт юғалһа, донъя усағы быҫҡып һүнә, йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалмай. Ошо йәһәттән халҡыбыҙҙың “Йылы һүҙ – йән аҙығы” тигән мәҡәлен иҫтән сығармайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Усаҡ утындан дөрләп янған кеүек, тормош яғымлы ҡараштан, татлы һүҙҙән, йылы мөнәсәбәттән, тимәк, һөйөүҙән яҡтыра. “Яҡын күргән, яратҡан кешеләрегеҙгә күңелегеҙҙәге йылылыҡты, ихтирамды белдереп тороғоҙ”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бер-беребеҙгә күркәм тойғоларыбыҙҙы еткереп, аңлашып, ярҙам итешеп, ҡыуаныс-шатлыҡты уртаҡ итеп, ҡайғы килһә, бергә күтәреп йәшәйек. Никахта тыуған балаларыбыҙҙы илдең, телдең, милләттең киләсәген хәстәрләй алырлыҡ, үҙебеҙ өлгөрмәгән эштәргә тотонорлоҡ иманлы кешеләр итеп үҫтереү – үҙе ҙур хеҙмәт.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә бер никахта йәшәп, уның бәрәкәтендә игелекле быуын тәрбиәләргә, бәхет-сәғәҙәттә ғүмер итергә, мөнәсәбәттәрҙе һүндермәй һаҡларға насип ҡылһын. Был – Раббыбыҙға ҡарата ҙур ихтирам билдәһе. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.