Сәймә Дәүләтхужинаға ошо көндәрҙә 101 йәш тулды. Ул Йәрмәкәй районында йәшәй.Ҡыҙылъяр ауылында тыуып үҫкән, тормошҡа сыҡҡан, бар ғүмере ауыл хужалығында үткән. Йәшелсәселек бригадаһында ла эшләгән, сөгөлдөр үҫтергән. “Хеҙмәт ветераны”, “Тыл эшсәне” тигән маҡтаулы исемдәре лә бар инәйҙең. “Оҙаҡ йәшәүҙең сере нимәлә?” тигән һорауға ул: “Күберәк хәрәкәт итергә, изге ғәмәлдәр ҡылырға кәрәк”, — тип яуапланы.
Ун балаһының әле етәүһе иҫән. Ире Әйүп Сәйфулла улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Ул I Украина, Волхов фронттарында һуғышып, ҡаты яраланған. Көнбайыш Украинала бандеровсыларҙы ҡыйратҡан. 1946 йылдың 10 майында ғына тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡан. 84 йәшендә вафат булған Әйүп Сәйфулла улы.
Әле Сәймә инәй улы Биктимер менән йәшәй. Ул оҙаҡ йылдар атаһы һуғышҡан Украинала атом электр станцияларын төҙөгән.
Ошо көндәрҙә йөҙйәшәр инәйҙе ҡотларға район, ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтарынан, Рәтамаҡ ауыл хакимиәтенән килделәр. Сәймә инәй һаулығына зарланмай, табиптарға ла йөрөмәй икән. Йыл аҙағында ғына бер аҙ сирләп киткән, әммә балаларының хәстәрлеге менән тиҙ арала аяҡҡа баҫҡан. Ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алыуҙа ярҙам күрһәткән өсөн район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе.