Ят ярлыҡамай...29.01.2016
Ауылда мәктәпте тамамлап, ситкә китергә йыйынғас, өләсәйем: “Ҡыҙым, ҡалала сит милләт егеттәре күп, әммә үҙебеҙҙең башҡортҡа береһе лә етмәйәсәк”, – тигәйне. Ул саҡта был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә әллә ни төшөнөп етмәһәм дә, йәшәй-йәшәй уның ниндәй хаҡ һүҙҙәр әйткәнен аңланым.

Ғөмүмән, атай-әсәйҙең бала саҡтан ишетеп үҫкән өгөт-нәсихәте йөрәккә уйылып, хәтерҙә мәңгегә ҡала ул. Был хаҡта мин үҙем дә күптән белгән егет-ҡыҙҙарға аңлатыу эштәре алып барам. Мәктәптә эшләү осоронда юғары класс уҡыусыларына: “Үҙебеҙҙең милләт вәкиле менән ғаилә ҡороғоҙ”, – тип әйтә килдем. Хәҙер уҡыусыларым менән осрашҡанда, улар әллә ҡайҙан һаулыҡ һорашып, дөрөҫ эшләүҙәренә һөйөнөс белдерә.
Күрше ҡыҙы рус егетенә кейәүгә сыҡты. Атай-әсәй ризалығынан тыш, сөнки, үҙе әйтмешләй, мөхәббәт тойғоһон ҡайҙа ҡуйырға? Тәүҙә бик һәйбәт йәшәгән кеүек күренделәр. Себер тарафтарында кемдең нисек көн иткәнен ҡайҙан беләһең инде? Һәр хәлдә, бер ни һиҙелмәне. Яҙмышына ла риза һымаҡ ине. Улы менән ҡыҙы тыуҙы, икеһенә лә русса исем ҡушылды. 24 йыл йәшәгәндән һуң ғаилә тарҡалды… “Үҙ милләтеңә етмәй икән ул. Үҙеңдеке үлтермәй, ят ярлыҡамай”, – тине бер осрашҡаныбыҙҙа. Бына ошо һүҙҙәрҙе әйтер өсөн сәскәләй ғүмерен сарыф итте булып сығамы?
Етенсе тиҫтәһен ваҡлаған ағай бер сумаҙан тотоп япа-яңғыҙы ауылға ҡайтып төштө. Ҡунаҡҡа түгел, бөтөнләйгә… Күптәр быға аһ итте. Ғәжәпләнмәҫлек тә түгел шул: заманында сибәр, мыҡты кәүҙәле ағайҙың йөҙөн һағыш ҡаплаған, кәүҙәһе лә бөрөшөп ҡалғандай. Украинала хеҙмәт иткәндә, шунда өйләнеп, төпләнеп ҡала ул. Зәңгәр күҙле, ерән сәсле ҡатынын, ҡурсаҡ кеүек ҡыҙҙарын эйәртеп йәйгеһен ялға ҡайтҡандарын мин дә хәтерләйем. Атайымдың балалыҡ дуҫы булғас, яҡын аралашып йәшәнек. Ошо ҡыҙҙар менән уйнап, икмәк-тоҙлоҡ руссаға ла өйрәнеп ҡала инек.
Бына шулай ағайыбыҙ бөгөнгө көндә яңғыҙ ҡартлыҡ кисерә. Яҡындарымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, бер ҡасан да бәхетле тоймаған үҙен ул, һәр саҡ сит бауыр булып ҡалған. Балалары ла, ейәндәре лә сит телдә һөйләшә, икенсе ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙ итеп үҫә. “Эшкә сумып, донъя артынан ҡыуып, был хаҡта уйламаҫҡа тырыштым. Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тормошта үҙемдең бөтөнләй яңғыҙ, артыҡ икәнлегемде тойҙом. Ни тиклем тыуған еремде, туған телемде, моңомдо һағынғанымды аңланым. Был һағыш тойғоһо бәғерҙе телеп, үҙәкте өҙҙө, йоҡонан, ашауҙан яҙҙырҙы. Ғүмер буйы йыйған донъям ғына түгел, хатта ҡатыным да ят булып тойола башланы. Бер нәмә лә минеке түгел кеүек. Бындай тормошто дошманыңа ла күрһәтмәһен. Исмаһам, ғүмерем аҙағында йән тыныслығы табайым тип тыуған яҡҡа юл тоттом. Үҙебеҙҙең ҡыҙ менән балалар үҫтереп, үҙ ереңдә йәшәүең менән бик бәхетле һин, дуҫҡай”, – тип атайыма әсенеп һөйләгән ул.
Уны йәлләүҙән башҡа ни ҡылаһың? Шулай ҙа ошо ағай хәленә ҡалмаһын өсөн әле ғаилә ҡороп өлгөрмәгән егет-ҡыҙҙарға түбәндәгеләрҙе әйтке килә: һәр кемде Аллаһы Тәғәлә үҙ бәхете менән тыуҙыра. Ғүмер кешегә нәҫелен ишәйтер, тоҡомон арттырыр өсөн бүләк ителә. Ә инде ошоно дөрөҫ файҙаланып, бәндә нәҫелен ишәйтә алмай икән, алтын һарайҙарҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, ул барыбер бәхетле түгел. Беҙ донъяға төрлөсә – төрлө телле, ғөрөф-ғәҙәтле, тән төҫлө итеп яратылғанбыҙ. Тәбиғәттәге тереклек тә шундай: үләндең дә, тере йән эйәләренең дә әллә нисәмә төрө бар. Һәм бер ваҡытта ла үлән, ағас һеркәләре яңылышмай, үҙенекен таба, хайуандар ҙа тик үҙенең нәҫелен арттырыр өсөн йәшәй…






Вернуться назад