“Йөрәктәрегеҙҙең йылыһын тойҙоҡ”29.01.2016
“Йөрәктәрегеҙҙең йылыһын тойҙоҡ” ...Бынан 20 – 30 йыл элек ауылға һинд киноһы килһә, клубҡа кесеһе лә, олоһо ла ашыға торғайны. Мөхәббәт тураһында ике сериялы фильмдарҙы бер тынала ҡарап, илап, кисерештәргә бирелеп ҡайтабыҙ. Клубҡа 40 – 50 йәштәгеләрҙең парлашып йөрөүе ҡыҙыҡ кеүек ине. Эйе, күптәребеҙ ошо һинд киноларын ҡарап үҫкән. Хәтерегеҙҙәлер, Радж Капур, Митхун Чакраборти, Мандакини һәм башҡа һинд артистарының фотоһүрәтен стенаға элеп ҡуя инек. Үтте ул замана. Башҡа кино, башҡа кумирҙар... Әммә халыҡ ижады үҙәгендә ойошторолған “Һиндостан иленә сәйәхәт” күргәҙмәһе дәүләт, уның тарихы, мәҙәниәте, аш-һыуы менән ҡыҙыҡһыныусылар Баймаҡ ерендә күп икәнен күрһәтте. Сараны ойоштороусыларҙың береһе – Саджал ТХАКУР менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Саджал, белеүебеҙсә, һеҙ Башҡортостанға юғары белем алырға килгәнһегеҙ. Һеҙҙең илдән башҡорт ерендә уҡыған йәштәр күпме?
– Күп тип әйтмәҫ инем. Әммә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә беҙ, Һиндостандан килгән йәштәр, берҙәм, татыу ғаилә кеүек аралашып, бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәйбеҙ. Күптә­ребеҙ ошонда уҡырға килгән, бәғзеләре эшләп йөрөй. Беҙҙең ҡыҙҙар-егеттәр башлыса Өфө дәүләт авиация техник университетында, Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. Илебеҙҙә уҡытыусы, табип, инженер абруйлы һөнәрҙәр һанала. Уларҙың эш хаҡы ла юғары. Миңә килгәндә, буласаҡ инженермын, авиация университетында уҡыйым.
– Һеҙҙең Баймаҡ яҡтарына килеүегеҙ ҡалала йәшәгән Рәмилә һәм Фәрит Моратовтар ғаиләһе менән дуҫлыҡҡа бәйле...
– Эйе, ШОС һәм БРИКС ил­дәре саммиттарынан башланып китте беҙҙең дуҫлыҡ. Фәрит Моратов менән шул ваҡытта танышҡайныҡ, ул беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Һуңынан дуҫтарыбыҙ Өфөгә “Дивали” байрамына килде. Беҙгә улар менән аралашыуы күңелле. Бик яҡшы, ҡунаҡсыл, алсаҡ кешеләр.
– Баймаҡ ерендә һеҙгә иң оҡшағаны нимә булды?
– Дуҫтарыбыҙ беҙҙе башҡорт­са ял иттерҙе. Тәүге тапҡыр мунсала сабындыҡ, һыбай йөрөнөк. Аш-һыуҙан иң оҡшағаны ҡымыҙ, бишбармаҡ булды. Шулай ҙа иң тәүҙә бындағы халыҡ оҡшаны. Баймаҡта һәм, ғөмүмән, Башҡорт­останда кешеләр алсаҡ, ябай, бер-береһенә ҡарата уҫаллыҡ юҡ. Быға тиклем Белоруссияла, Украинала, Шотландияла уҡыным, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, ҡалаларында булдым, әммә бында йәшәгән ҡунаҡсыл, киң күңелле халыҡ күңелемә яҡыныраҡ.
– Тыуған яҡтар, яҡында­рығыҙ һағындырамы?
– Һағындыра. Әсәйем – мәктәп директоры, атайым университетта уҡыта. Ҡәҙерлеләремде күргем килә, әммә минең маҡсатым – сифатлы белем алыу. Әле аспирантурала уҡыйым, өс-дүрт йыл Өфөлә йәшәргә ниәтләнәм.
– Бөтөнләйгә Башҡорт­остан­да ҡалырға уйың бармы?
– Әгәр кәләш алһам (йылмая), бәлки, ҡалырмын да. Кем белә, өлөшөмә төшкән көмөшөм яҡында ғына йөрөйҙөр... Шаяртам, әммә һәр шаяртыуҙа дөрөҫлөктөң дә осмото бар бит.
– Баймаҡта “үҙ илегеҙгә сәйәхәт” ойоштороу оҡша­нымы?
– Әлбиттә. Тамашасы беҙҙе йылы ҡабул итте. Үҙебеҙҙең илдең аш-һыуын, кейемен, биҙәүестәрен тәҡдим иттек. Беҙ – профессиональ артистар түгел, Өфөлә уҡып йөрөгән йәштәр. Һинд бейеүҙәре, йырҙары менән сығыш яһаныҡ. Халыҡ ихлас ҡул сапты. Был сараның төп ойоштороусылары Рәмилә менән Фәрит Моратовтарға, бағыусы­ларға рәхмәтлебеҙ. Беҙ Баймаҡҡа килгәндә, көн һыуытҡайны – 20-22 градус һалҡын булды. Күптәр: “Өшөмәйһегеҙме?” – тип һораны. Тамашасы йөрәктәренең йылы­һын тойғанда, нисек өшөмәк кәрәк?!
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Халыҡтар дуҫлығы артабан да нығынһын.


Дилә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.






Вернуться назад