Ишетмәй ҡалма29.01.2016
Силәбеләге Ш. Бабич исемендәге 15-се ҡала китапханаһында танылған башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған китап күргәҙмәһе асылды.
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә авторҙың әҫәрҙәре, шулай уҡ уның ижады хаҡында китаптар урын алған. Сәләм Ғәлим улы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тәгеш ауылында указлы мулла ғаиләһендә тыуған. Әҙәби белем алыу теләге уны Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының әҙәбиәт факультетына алып килә. Тап юғары уҡыу йортонда уҡыған ваҡытта шағирҙың һәләте асыла. Ошо йылдарҙа ул “Мәскәү”, “Өс йыр”, “Республика иртәһе”, “Һәйкәл” шиғырҙарын, “Шоңҡар” поэмаһын яҙа.
1938 йылда Ғ. Сәләм СССР Фәндәр академияһының Ленинград филиалына аспирантураға ебәрелә. Бында ул менингит менән сирләп китеп, 1939 йылдың 19 июнендә вафат була.

* * *

Яңы йыл байрамдарынан һуң Салауат дәүләт башҡорт драма театры артистары яңы сәхнә әҫәре өҫтөндә эш башлаған. Театрҙа Мостай Кәримдең “Ауыл адвокаттары” исемле повесы буйынса спектакль ҡуйыла. Уны Мәскәү режиссеры Антон Федоров сәхнәләштерә.
“Был тема Антон Федоровҡа бик яҡын, ул Талбазы ауылы, өләсәһе тураһындағы бала саҡ хәтирәләренә бәйле. Режиссер быуындар алмашыныуын күрһәтергә, ауыл мөхитен тыуҙырырға теләй. Уның ошо спектакль буйынса үҙенсәлекле идеялары бар”, – тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән. Әйткәндәй, Антон Федоров Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. 2006 йылда Б. Щукин исемендәге театр институтын тамамлаған, әлеге ваҡытта шулай уҡ режиссерлыҡҡа уҡый. Премьера 2016 йылдың 4 мартына билдәләнгән.

* * *

Илебеҙҙең баш ҡалаһында “Мәскәү һылыуҡайы-2016” гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн кастинг иғлан ителгән. Тәүге һайлап алыу турында туған телен яҡшы белгән, йыр-бейеүгә һәләтле, шиғырҙар яҙған 16 – 24 йәштәге ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Бының өсөн “Бәйләнештә” селтәрендәге “Фотокастинг-2016” тигән махсус альбомда фотоһүрәттәрегеҙҙе урынлаштырырға кәрәк.
Рәсемдәрен ебәргән гүзәлдәрҙең барыһы ла киләһе турға үтә. Унда иң сибәр башҡорт ҡыҙы исеменә дәғүә итеүселәрҙе үҙҙәре менән таныштырыу, бейеү, дефиле, интервью биреү кеүек һынауҙар көтә.
Башҡорт һылыуҡайын конкурстың режиссеры Гөлнара Ибраҡова, ойоштороусылар Фатима Янбаева, Азат Баҙранов, хореограф Нәзир Баййегетов, режиссер, Башҡортостан юлдаш телеканалының махсус хәбәрсеһе Гөлназ Ғәлимуллина, 2014 йылда еңеүсе булған Әлфиә Килдейәрова, топ-модель Анжелика Якусева һайлаясаҡ.
Финалды 5 мартта уҙғарыу күҙаллана. Еңеүсе “Һылыуҡай-2016” республика матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнаша.

* * *

20 ғинуарҙан киске сәғәт 8-се яртыла “Рәсәй-1. Башҡортостан” телеканалында “Хәбәрҙәр Өфө” тип аталған яңы тапшырыу сыға башланы.
“Төп бурысыбыҙ – баш ҡалабыҙ хаҡында күберәк мәғлүмәт биреү. Өфө – миллионлы ҡала, заманса мегаполис. Күп ваҡиғалар республика яңылыҡтары араһында юғалып ҡала. Хәҙер Өфө хәбәрҙәре яңыса яңғыраясаҡ”, – тип билдәләне “Башҡортостан” ДТРК-ның генераль директоры Азамат Сәлихов.
Һәр шаршамбы эфирға сығасаҡ тапшырыуҙы Юлия Краснова алып бара. Өфө яңылыҡтарынан тыш, тиҙҙән тамашасылар “Рәсәй-24. Башҡортостан” каналында “Ҡала технологиялары” һәм “Өфө буйлап йөрөү” тапшырыуҙарын ҡарай аласаҡ. Әле ике программа ла эфирға әҙерләнә.


Вернуться назад