Яңы йыл “бүләге”29.01.2016
Яңы йылдан пенсионерҙарға юлда йөрөү өсөн бирелә торған айлыҡ социаль дәүләт ярҙамының күләме үҙгәрҙе. Айлыҡ килеме 20 меңдән ашыу булғандарға – 280 һум, аҙыраҡ килемле пенсионерҙарға ул – 427 һум. Юлда йөрөү өсөн берҙәм айлыҡ социаль билет та 427 һум тора.
2016 йылдың 1 ғинуарынан пенсияға сыҡҡан хеҙмәт ветеранының уртаса айлыҡ килеме 20 меңдән артығыраҡ икән, уға айырым ташламалар ҡаралмай. Был исемгә элек лайыҡ булғандар һәр ваҡыттағыса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, телефонға түләгән өсөн ташлама юллауға, бушлай протез ҡуйҙырыуға һәм ҡолағы ишетмәүҙән дауаланыуға хоҡуҡтарын юғалтмай.
Балалар баҡсаһына түләү арта. Хаҡ уртаса 8 процентҡа күтәреләсәк.
1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы хеҙмәттәр ҡиммәтләнә. Хаҡ газға – 7,5, электр утына – 7, һыуға 6 процент тирәһенә, ә йылылыҡ өсөн 8 процентҡа күбәйәсәк.
80 йәштән өлкәнерәк яңғыҙҙар капиталь ремонтҡа иғәнә түләмәйәсәк. Яңы йыл алдынан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған әлеге закон 1 ғинуарҙан ғәмәлгә инде. 70 йәштән өлкәнерәктәр, I һәм II төркөм инвалидтары, зәғиф бала тәрбиәләгәндәр иғәнәнең 50 процентын ғына индерәсәк.