Рәсәйҙең гидрометеорология үҙәге ғалимдары быйыл йәйҙең ғәҙәттән тыш эҫе буласағын фаразлай. Синоптиктар билдәләүенсә, экваторҙан төньяҡҡа табан йылы һауа массаһы ағыласаҡ. Әлеге күренеште ғалимдар Рәсәй климатына хас түгел тип һанай.Мәҫәлән, Яҡут Республикаһында йыллыҡ температураның 10 градусҡа күтәрелеүе әле үк күҙәтелә. Рекордлы температура 21 декабрҙә Мәскәүҙә, 22 декабрҙә Ҡазанда (+10!) булған.
Әлеге йылыныуҙың сәбәбен климатологтар атмосфера ҡатламында углекислоталы газдың артыуы менән аңлата.