Себеште июлдә һанарҙар29.01.2016
Себеште  июлдә һанарҙар Быйыл 1 июлдән 15 авгусҡа ҡәҙәр Рәсәйҙә ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарыла. Ҡалала йәшәүселәр, был сара беҙгә ҡағылмай, тип ҡул һелтәргә ашыҡмаһын, сөнки уларҙың да баҡсасылыҡ ширҡәттәрен һәм дача биләмәләрен иҫәпкә аласаҡтар.
Ун йылға бер тапҡыр үткәрелгән был сара ваҡытында меңдәрсә ауыл хужалығы ойошмаһын, етештереү предприятиеларын, күмәк һәм фермер хужалыҡтары ерҙәрен, эш ҡоралдарын, ҡорамалдарҙы барлаясаҡтар. Ауыл хужалығындағы бөгөнгө хәлдәрҙе беҙ киләһе йылдың аҙағына, йәғни иҫәп алыу үткәндән һуң ярты йылдан ғына беләсәкбеҙ. Әле күптән түгел генә Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин ташландыҡ ерҙәрҙең барыһын да иҫәпкә алырға күрһәтмә бирҙе.
Күпме сәсеүлегебеҙ, уларҙы эшкәртер өсөн нисә тракторыбыҙ, комбайныбыҙ, нисә көрәк-тырмабыҙ барын һанау ниңә кәрәк һуң? Рәсәй Хөкүмәтенә быны ауыл хужалығындағы хәлдәрҙе белеп тороу, алдағы йылдарға әлеге өлкәгә бюджеттан күпме аҡса бүленәсәген иҫәпләп сығарыу, илдең аҙыҡ-түлек стратегияһын эшләү зарурлығы менән аңлаталар.
Барыһын белеп тороу сәйәси яҡтан да әһәмиәтле булмағайы. Ни өсөн тигәндә, һуңғы ваҡытта сәйәси һәм иҡтисади санкциялар беҙҙе, ситтән ярҙам көтмәйсә, үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрергә этәрә. Ауыл хужалығы өлкәһендә бигерәк тә.


Вернуться назад