Тағы бер бурыс29.01.2016
 Тағы бер бурыс 2016 йылдан фатир өсөн түләүҙәр ҡағыҙында тағы бер хеҙмәт төрө яҙыла башланы: ул – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм сығарыу.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коммуналь хеҙмәттәрҙең иҫәп-фактураһында дөйөм сумма артмаясағына ышандыра. Сөнки әлеге хеҙмәт өсөн фатир хужалары һәр ваҡыт түләп килде, бары тик ул “торлаҡты ҡарап тотоу һәм ремонтлау” түләүҙәренә керә ине. 2016 йылдан иһә уны торлаҡ хеҙмәтенән коммуналь хеҙмәткә күсерәләр, шуға күрә айырым графала күрһәтеү талап ителә. Быйылдан Рәсәйҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм юҡ итеү эше төбәктәр ҡарамағына тапшырыла.


Вернуться назад