Һуңғы мөмкинлек ине29.01.2016
Рәсәй Хөкүмәте пенсияның тупланма өлөшөн башҡа фондтарға күсереү хоҡуғын оҙайтмаҫҡа ҡарар иткәс тә, халыҡ уны дәүләт фондынан дәүләткә ҡарамаған фондтарға, йәғни НПФ-ларға күпләп күсерә башланы.
Һаҡлыҡ банкыһының дәүләткә ҡарамаған пенсия фондына күсеү тураһында халыҡтан килгән ғаризалар 1,5 тапҡырға артҡан. “Декабрь башында беҙ аҙнаһына 150 мең ғариза теркәһәк, аҙағыраҡ ул һан 250-гә етте”, – ти фондтың генераль директоры Галина Морозова. Шул уҡ ваҡытта сентябрь-октябрь айҙарында 300 мең кеше фондҡа мөрәжәғәт иткән.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, халыҡ йыл аҙағында әүҙемлек күрһәткән, ошо осорҙа ғына 50 мең ғариза ҡабул ителгән. Бының төп сәбәбе Хөкүмәттең ҡарарына бәйле, әлбиттә. Ғәҙәттә декабрь айында ғариза биреүселәрҙең һаны арта, ләкин былтырғы йыл аҙағында кешеләр бигерәк тә әүҙемләшкән. 2014 йылдың декабрендә Һаҡлыҡ банкыһының дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды 1,2 миллион кешене йәлеп итһә, 2015 йылдың аҙағына 1,5 миллион ғариза ҡабул ителгән. Был хәл башҡа фондтарҙа ла күҙәтелгән.