Сирлеләрҙе ниндәй “сирҙәр” көтә?29.01.2016
Медицина өлкәһен финанслау йылдан-йыл бүҫкәрә бара. Үткән йыл менән сағыштырғанда, быйыл ул 11 процентҡа кәмегән. Йоғошло сир кеүек таралған был күренеш халыҡты тағы ниндәй “вирус”тар менән зарарлар?

Рәсәйҙең Финанс министрлығы ҡаҙна аҡсаһын экономиялау маҡсатында тиҫтәләрсә тәҡдимен Хөкүмәткә еткерҙе. Уларҙың өсәүһе хупланып, артабан камиллаштырыу буйынса саралар күрелә. Атап әйткәндә, табиптарҙы, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәрен түләүһеҙ өйгә саҡыртыуҙан баш тартырға теләйҙәр. Был сара ауыр хәлдәге сирлеләргә, ғәриптәргә ҡағылмай, әлбиттә.
Шулай ҙа күҙ йүгертеп сығайыҡ әле: быйылғы йыл халыҡҡа ниндәйерәк “күстәнәс”тәр йөкмәп килде икән?
Дөйөм медицина страховкалауының барлыҡҡа килеүенә 20 йыл тулған осорҙа Рәсәй Президенты пациенттарҙың хоҡуғын яҡлау һәм уларға медицина ярҙамы күрһәтеү төрҙәре тураһында мәғлүмәт биреү буйынса страховка компания­ла­рының бурыстарын аныҡлауҙы Хөкүмәткә йөкмәтте.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы страховкалау вәкилдәре системаһын индерергә уйлай. Улар беркетелгән һәр сирленең дауаланыу барышын күҙәтеп торасаҡ.
“Беҙ пациенттар менән һаулыҡ һаҡлау системаһы араһында айырым структура булдырабыҙ, – тип аңлата һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова. – “Һаулыҡ менеджеры” сирлеләргә табип һәм медицина учреждениеһын һайларға, иҫкәртеү сараларын планлаштырырға ярҙам итәсәк. Ошо йәһәттән быйыл 3,5 мең белгес әҙерләп, уларға эш урыны булдырыу ҡаралған”.
Сер түгел, дауаханаларҙағы сират­тарҙан халыҡ тамам биҙрәгән. Ошоно иҫәпкә алып, медицина ярҙамы күрһәтеү ваҡыты билдәләнгән: сирлене дауаханаға һалыу 30 көн эсендә башҡарыла, ә участка терапевы 24 сәғәт эсендә ҡабул итергә бурыслы. Шулай уҡ поликлиникаларҙа тикшерелеүҙәр һәм анализдар һөҙөмтәһен көтөү ваҡыты 14 көндән дә артмаҫҡа тейеш.
Шуныһы мөһим: иң кәрәкле тип иҫәпләнгән дарыуҙар исемлеге тулыланды. Хәҙер уларҙың һаны 654-кә етте. Ни генә тиһәк тә, үҙебеҙҙең илдә етеште­релгән дарыуҙарҙы ҡулланырға тура киләсәк, сөнки дауаханалар уларҙы ғына һатып алыу хоҡуғына эйә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен дөйөм медицина страховкалау системаһынан сығарып, уны тотоу бурысын төбәктәргә йөкмәтте. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте күрһәтеүсе бригадала хәҙер, водителде лә иҫәпкә алып, өс кеше булырға тейеш. Шулай уҡ махсус ярҙам бригадаһы булдырыла: дүрт кешенән торған был төркөм реанимация, педиатрия һәм авиамедицина менән шөғөлләнәсәк.
Йәнә шуны әйтергә кәрәк: яңылыҡтар юғары уҡыу йорто студенттарына ла ҡағыла. 2016 йылдың 1 сентябренән алып интернатура (ете йыл уҡыу) бөтөрөлә. Студенттар уҡыуын тамамлау менән медицина учреждениеларына эшкә йәлеп ителәсәк. Улар, нигеҙҙә, участка терапевы, участка педиатры, дөйөм стоматология һөнәрҙәре буйынса аккредитация үтәсәк. Башҡа белгестәрҙе әҙерләү ике йылдан алып биш йылға тиклем ординатурала ойоштороласаҡ.
Бер юлы поликлиникаларҙа, амбулато­рияларҙа белгестәрҙең етешмәү мәсьә­ләһен дә хәл итергә уйлай Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Атап әйткәндә, юғары уҡыу йортон тамамлағандар мотлаҡ рәүештә өс йыл эшләгәндән һуң ғына ординатураға бара ала.
Рәсәйҙең бөтөн төбәктәрендә терапевтар рейтингы булдырыласаҡ.
Быйылдан алып белгестәр аккредитация үтә башлай. Табиптар имтихан тапшырып, лицензия алырға тейеш. Уҡыу семинарҙары, квалификацияны камиллаштырыу курстары мотлаҡ буласаҡ. Әйткәндәй, аккредитацияны биш йыл һайын уҙғарыу ҡаралған.
Шулай итеп, медицина өлкәһендәге яңылыҡтар сирлеләр башына төшкән “сир” булмаҫ тип ышанғы килә.




Вернуться назад