Батырҙар – арабыҙҙа29.01.2016
Батырҙар – арабыҙҙа Күптән түгел бер яңылыҡ ишетеп ҡыуандым. Белорет ҡалаһында йәшәгән Инсаф Зикрин янып киткән өйҙөң хужаһын ҡотҡарған!

Ғаиләбеҙҙең дуҫы ул Инсаф. Нисәмә йыл аралашып йәшәйбеҙ. Артыҡ өндәшмәҫ, тыныс, оҫта ҡуллы ир-уҙа­ман. Һабаҡташыбыҙ Гүзәл менән тиҫтә йыл инде иңгә-иң терәшеп, тырышып-тырмашып донъя көтәләр. Өс бала – Рушан менән Илйән исемле малайҙар һәм Айли­на исемле ҡыҙ – үҫтерәләр.
Белорет ҡалаһында йорт һатып алыуҙарына бер йыл самаһы ваҡыт үткәндер. Күрше-күлән дә ағас өйҙәрҙә йәшәй. Шуларҙың береһендә ут сыға ла инде.
Янғын һүндереүселәргә сигнал килеү менән Ин­сафтың шунда эшләгән туға­ны шылтырата һала: “Һеҙҙең урамда бер йорт яна, һинеке түгелдер, ағай?!” Инсаф шунда уҡ тәҙрәгә күҙ һала: күр­шеһенең өйөнән төтөн сыҡ­ҡанын күргәс, оҙаҡ уйлап тор­май. Хужаның өйҙә булыуын самалап, янып торған йортҡа ташлана. Танауын еңе менән ҡаплап, тын алмаҫҡа тырышып, төтөн ҡаплаған өй­ҙә күршеһен табып ала. Ул төтөнгә тонсо­ғоп, иҫтән яҙған була инде. Инсаф ирҙе хә­үефһеҙ урынға сығарыуға, “Ашығыс ярҙам” машинаһы ла, янғын һүндереүселәр ҙә килеп етә.
Быларҙың барыһын да уҡы­ғас, әлдә үҙе иҫән ҡо­тол­ған, ут ҡоторған йорт еме­релә башлаһа йә төтөнгә тон­соҡһа, өс балаһы етем ҡа­лыр ине, тип борсолдом. “Был хаҡта һуңынан, әҙерәк ты­ныс­ланғас, уйланым. Нисек кенә булмаһын, минең урында барыһы ла кеше ғүмерен ҡотҡарырға ашығыр ине”, – тине Инсаф.
Беҙҙең арала ошондай ба­тырҙар күберәк булһын!




Вернуться назад