Кешелек донъяһын яратмаһаң...29.01.2016
Кисә Өфөлә бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы яҙғы сессияһының тәүге ултырышы булды. Ул парламент Рәйесе Конс­тантин Толкачевтың закондар сығарыу эшмәкәрлегенең торошо тураһындағы доклады менән башланып китте.

– Башҡортостандың социаль-иҡ­тисади тормошоноң закондар менән көйләнеше киңәйә, ҡануниәттең йоғонто яһауы арта, – тине Рәйес. – Был хәлгә Дәүләт Йыйылышының республикабыҙ Башлығы һәм Хөкүмәте менән эшлекле хеҙмәттәшлеге тиҙләнеш бирә.
Артабан депутаттар ҡайһы бер суд участкаларының мировой судьяларын сираттағы биш йыллыҡ осорға һай­ланы, яңы закон проекттары ҡабул итте. Мәҫәлән, урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы ҡанунға үҙгәреш индереү проекты ағас ҡырҡырға, урман ерен ҡуртымға алырға теләгән инвес­торҙар өсөн тиң шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота. Федераль ҡануниәткә ярашлы аныҡланған был закон шулай уҡ урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн ағас үҫентеләре һатыу хаҡы буйынса норманы ла билдәләй.
Ултырышта барлығы илленән ашыу ҡарар ҡабул ителде. Уларҙың иғти­барҙы тәү ҡараштан уҡ йәлеп иткәндәре лә байтаҡ. Әйтәйек, енәйәт ҡылғандарға опекун булырға рөхсәт итмәү киләсәк быуынды тәрбиәләү йүнәлешендә ҙур әһәмиәткә эйә. Республикабыҙҙың Ғаилә кодексына индерелгән яңы үҙгәреш ошондай хоҡуҡ боҙоуҙар исемлеген киңәйтә: хәҙер граждандарҙың ғүмеренә һәм тыныслығына хәүеф янаған кешеләргә лә опекунлыҡҡа юл ябыласаҡ.






Вернуться назад