Ошо көндәрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм “Ростех” дәүләт корпорацияһына ингән авиация комплексы предприятиелары етәкселәре Өфөләге приборҙар һәм моторҙар эшләү берекмәләренең эшмәкәрлеге менән танышты. Приборҙар эшләү берекмәһенең башҡарма директоры Марат Бәдғетдинов стратегик ойошмалар исемлегенә индерелгән предприятиеның авиация, йыһан тәғәйенләнешендәге, нефть һәм газ йүнәлешендәге продукция сығарыуға һәм хеҙмәтләндереүгә махсуслашыуы хаҡында һөйләне.
Рөстәм Хәмитов менән “Ростех”тың авиация комплексы предприятиелары етәкселәре ойошмала 2011 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән “Рәсәй Федерацияһының оборона-сәнәғәт комплексын үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программаһын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты, авиация һәм йыһан техникаһын йыйыу цехында булды. Бында төрлө самолеттар, вертолеттар өсөн авиация ҡорамалдары, “Союз” һәм “Прогресс” кеүек йыһан караптары өсөн приборҙар етештерелә.
Артабан төбәк Башлығы предприятиеның хеҙмәт коллективы һәм профсоюз вәкилдәре менән осрашты. Унда берекмәне техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу, сығарылған продукция күләмен арттырыу мәсьәләләре тикшерелде.
– Предприятиеғыҙ республика өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә, уның бай тарихы бар, – тине Рөстәм Зәки улы. – Әлбиттә, уның әүәлге данын тергеҙеү хаҡында хыялланаһығыҙҙыр. Былтыр был йүнәлештә эш башланды. Беҙ яңырыу юлына баҫтыҡ. Әлеге ҡаҙаныштар ҙа алға барыуыбыҙҙы сағылдыра.
Эш сәфәре артабан Моторҙар эшләү берекмәһендә дауам итте. Ул – “Хәрби авиация өсөн двигателдәр” дивизионының төп предприятиеһы. Бында турбореактив авиация двигателдәре, газ һурҙырыу агрегаттары, вертолет двигателдәре өсөн деталдәр, газ-турбиналы энергетика өлкәһе өсөн продукция сығарыла һәм хеҙмәтләндерелә. Тауарҙың яртыһынан күберәге экспортҡа китә.
Рөстәм Хәмитов “Ростех” дәүләт корпорацияһының авиация комплексы предприятиелары етәкселәре менән инженерлыҡ-етештереү комплексында булды. Бында улар граждандар авиацияһы двигателдәрен эшләү технологиялары менән танышты.