Былтыр Башҡортостанда һунар итеү ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары байтаҡ теркәлгән. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә ошо юҫыҡта 726 закон боҙоу осрағы асыҡланған. Элгәре йыл менән сағыштырғанда, был 111 осраҡҡа күберәк. 2015 йылда министрлыҡтың дәүләт инспекторҙары, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан өс меңдән ашыу рейд үткәрелгән. Тәбиғәтте һаҡлау эшендә һунар инспекторҙары ла ҙур ярҙам күрһәтә. Бөгөн республикабыҙҙа шундай 200-ҙән ашыу белгес иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта 58 меңгә яҡын һунарсы теркәлгән.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.