Халҡыбыҙ — дүрт миллион29.01.2016
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостанда 4 071 181 кеше иҫәпләнгән. Шуларҙың 2 518 280-е — ҡала, 1 555 901-е — ауыл халҡы. Былтыр иһә республикала был күрһәткес 403 кешегә күберәк булған.

Иҫәп-хисаптарға ҡарағанда, Волга буйы федераль округында халыҡ һаны буйынса Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй. Икенсе урында — Татарстан (3 868 537 кеше), өсөнсөлә — Түбәнге Новгород өлкәһе (3 258 645 кеше).


Вернуться назад