Тыйылған мәғлүмәт29.01.2016
1 февралдән пенсия түләү буйынса бланкыларҙың артҡы яғында реклама материалдарын урынлаштырыу тыйыла. Бындай ҡарар Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары һәм Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе талабына ярашлы ҡабул ителде.

Халыҡ фронтының төбәк штабында әйтеү­ҙәренсә, пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр квитанцияларында кредит ҡулланыу коопе­ративының йылына 25 процент килем вәғәҙә иткән мәғлүмәтен урынлаштырыу йәмәғәтселектә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Вәғәҙә ителгән килемгә алданып, кешеләр йыйған аҡсаһынан мәхрүм ҡалыуы ихтимал. Фронт эксперттары халыҡтың ышанысын яулаған Пенсия фонды телгә алынған документтарҙа кредит ойошмаларын рекла­маларға ярамай тигән фекерҙә.


Вернуться назад